+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Һөйгәнемә

Һөйгәнемә
Һөйгәнемә

Мөхәббәтем, яҙмышымдың бүләге һин,

Һөйөүемдең ҡайнарлығы ҡояшҡа тиң.

Йырҙарымды бағышлайым һиңә генә,

Мәңге һүнмәҫ уттар һалдың йөрәгемә.

 

Һөйөү тулы ҡарашыңдан ирей күңел,

Һинән башҡа миңә бүтән кәрәк түгел.

Бәүелткәндәй йылы, наҙлы ҡосағың,

Һүрелтмәйек һөйөүебеҙ усағын.

АҠЙОНДОҘ.

Фото: userapi.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: