Яңы йыл байрамын дуҫтар менән бергә ҡаршы алдыҡ. Каникул мәлендә лә осрашып торҙоҡ. Мин һәр саҡ яратҡан кеше һымаҡ ҡыландым. Әммә мөхәббәт ялғанды яратмай икән. Динар ҙа хистәремдең саф булмауын аңланы, ахыры. Бер ниндәй сәбәпһеҙ араны өҙҙө. Ә мин быға ҡайғырманым да, шатланманым да кеүек. Ни өсөн икәнен белергә генә теләнем. Ә был һорауға, көсләп астырған күҙҙәрҙең нуры булмай, тигән смс яуап ҡына алдым. Ярай улайһа, тип артыҡ иғтибар итмәҫкә тырыштым. Әммә барыһы ла мин уйлағанса ғына булһа икән ул...
Динар менән бәйләнеш өҙөлгәс, күңелемде бушлыҡ ялмап алды. Кәйефем дә юҡ. Бергә үткәргән саҡтарҙы һағынып йыш иҫкә алам. Егетемде юғалтҡас ҡына бөтәһенә лә төшөндөм. Улай ғына ла түгел, яратам да, буғай... Тик быны һуңлап ҡына аңланым шул.
Ҡыйыулығымды йыйып, Ғашиҡтар көнөндә хистәремде еткерергә булдым. Мәктәптә матур сара үтте. Дискотека мәлендә Динар янына килһәм, ул икенсе ҡыҙҙы ҡосаҡлап тора. Быны күргәс, эй, ҡыйын булды инде. Күҙ йәштәрем атылып сыҡты. Ни эшләргә белмәйем... Дискотека бөткәнен көтөп тә тормай тышҡа йүгерҙем. Юл буйы илап ҡайттым. Яратҡан кешеңде юғалтыуы, бигерәк ҡыйын икән. Ҡулымдағы бәхетемде үҙем ысҡындырҙым шул... Үҙем генә ғәйеплемен.
Әллә Динарҙың да һөйөүе ялған булдымы икән? Тиҙ арала миңә алмаш тапмаҫ ине? Хәҙер ошо һорау борсой мине. Дуҫтар, һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Мөхәббәтем өсөн көрәшергәме, юҡмы? Кәңәштәр көтәм.
ЫНЙЫ.
Мәсетле районы.