+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Һөйөү килде

Яҙҙар менән күңелемә

Һөйөү килде
Һөйөү килде

Яҙҙар менән күңелемә

Һөйөү килде.

Моң-һағышлы йөрәгемде

Нурға күмде.

Ҡошсоҡ кеүек ҡанатланып,

Гүйә, осам.

Бар донъяны, бар ғаләмде

Һөйәм! Ҡосам!

Мөхәббәтле тормош шундай

Матур икән!

Янымда бул, һис кәрәкмәй

Миңә бүтән.

ҺОМАЙ.

Фото: mycdn.me

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: