+6 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Бәхет толпарында

Күңелемдә хистәр шашып уйнай,

Күңелемдә хистәр шашып уйнай,

Әллә инде һөйөү тәьҫире?

Көтмәгәндә генә осраштыҡ та

Мөхәббәттең булдым әсире.

 

Кескәй генә утлы һөйөү ҡуҙы

Барлыҡ булмышымды ялманы.

Тик хистәрең генә изге булһын,

Ҡабул итә алмам ялғанды.

 

Берсә ҡошсоҡ кеүек ҡанатланып,

Осҡом килә йырлап күктәргә.

Берсә һағыш биләй күңелемде,

Был тойғолар таныш күптәргә.

 

Биттәремде өтөп ала ҡай саҡ

Субырлап та аҡҡан йәштәрем.

...Күҙ теймәһен, бәхет толпарында

Илай-көлә елгән саҡтарым...

АЛТЫНАЙ.

Фото: istockphoto.com

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: