+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Бәҫе китмәҫме һуң?

Бәҫе китмәҫме һуң?
Бәҫе китмәҫме һуң?

«Кисер», – тинең. Тағы ғәфү иттем,

Һөйөү булғас йөрәк түрендә.

Тик шулай ҙа эҙһеҙ үтмәне ул,

Төйөн ҡалды минең күңелдә.

 

Мөхәббәт бит иң саф хистәр менән

Изге тойғоларҙан яралған.

Уйҙарым да һинең хаҡта ғына,

Йырҙарым да һиңә арналған.

 

Һанһыҙ төйөн, кисереүҙәр аша

Бәҫе китмәҫме һуң һөйөүҙең?

Яратыуҙы бушлыҡ алыштырһа,

Файҙаһы юҡ йәштәр түгеүҙең.

 

Һүнә бер саҡ, ялҡын өҫтәмәһәң,

Дөрләп янып торған усаҡ та.

Беҙҙең һөйөү көл-күмергә ҡалһа,

Кем ғәйепле булыр ул саҡта?

Айсулпан РАМАЗАНОВА.

Күгәрсен районы.

Фото: socketmira.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: