+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Хыялымдағы мөхәббәтем

Яңғыҙ саҡта, һағыш сорнағанда

Яңғыҙ саҡта, һағыш сорнағанда

Ирек бирәм хыял-уйыма.

Серҙәремде сисәм, уй тағатып

Зәңгәр күкле йондоҙ, айыма.

Мин бит һине үҙем уйлап таптым,

Ай нурынан ҡойҙом буй-һының.

Күҙ ҡарашың таптым зәңгәр күктән,

Йондоҙҙарҙың ҡушып яҡтыһын.

Һин бит минең хыялымда тыуған

Йылдар буйы көткән, һөйгәнем.

Һин - ҡояшым, һин - һулышым минең,

Һинһеҙ типмәҫ кеүек йөрәгем.

Таң нурына мансып ҡәләмемде,

Һүрәтеңде имләп биҙәнем.

Ысыҡтарҙан йыйып, хис сафлығын

Бүләк итеп һиңә бирәмен.

Көтәм һине, өмөтөмдө өҙмәй,

Күктән түгел, ерҙән табырмын.

Күҙ ҡарашың, һулышыңды тойоп,

Меңдәр араһынан танырмын.


Римма БАЙМЫРҘИНА.

Фото: almode.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: