+25 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Мәңге һүнмәҫ кеүек ине лә бит...

Ильясты күптән оҡшата инем. Уның менән параллель синыфтарҙа уҡыйбыҙ. Бик һөйкөмлө, си­бәр егет. Үҙе шул тиклем итәғәтле, тыныс холоҡло, ярҙамсыл.

Мәңге һүнмәҫ кеүек ине лә бит...
Мәңге һүнмәҫ кеүек ине лә бит...

Уйламағанда ғына «Бәйләнештә» социаль селтәрендә аралашып киттек, шунан теле­фон номерымды һораны. Беҙҙең бәйләнеш ватсапта дауам итте, яйлап шылтыратышыуҙарға күстек. Иң ҡыҙығы шул: телефондан бик матур аралашабыҙ, ә мәктәптә осрашһаҡ, беҙҙең һөйләшеү «Сәләм! Хәлдәр нисек?»тән ары китмәй ине. Оялыу булдымы был, әллә дуҫлығыбыҙҙы башҡаларға һиҙҙермәҫкә тырышыумы? Аңламаным.
Шулай ҙа Ильяс мәктәптәге Яңы йыл байрамында яныма килде. Бергә күңел астыҡ, бейенек, һөйләшеп һүҙҙәр бөтмәне. Аҙаҡ оҙатып ҡуйҙы. Бына шулай матур ғына итеп йөрөп киттек беҙ.
Үҙенә көндән-көн нығыраҡ ғашиҡ булдым. Һөйгәнем менән бергә ваҡыт уҙғарыу минең өсөн бәхеттең үҙе төҫлө ине. Һәр осрашыуыбыҙҙы түҙемһеҙлек менән көттөм. Ул да яратыуын йәшермәне. Икебеҙҙең арала ҡабынған мөхәббәт ялҡыны мәңге һүнмәҫ кеүек ине лә бит. Әммә бар нәмә лә һин теләгәнсә генә булмай икән...
Беҙгә яҙғы каникулға ҡунаҡҡа Өфөнән ике туған Регина һеңлем ҡайтҡайны. Ул минән бер йәшкә кесе. Кисен уны ла эйәртеп сыҡтым. Ильяс менән дә таныштырҙым. Үҙен әҙерәк эрерәк тоторға яратһа ла, ҡыйыу,һомғол буйлы, һылыу ҡыҙ ул һеңлем. Шунда уҡ оҡшаттылар үҙен, дуҫтар менән дә тиҙ генә уртаҡ тел тапты.
Бер аҙна каникул «һә» тигәнсе үтеп тә китте. Регина ҡалаға юлланды. Шул ваҡыттан һуң Ильясты алыштырып ҡуйҙылармы ни?! Минең менән теләр-теләмәҫ кенә һөйләшә башланы, юлымда осраһа, күҙҙәре янып, ҡояштай балҡыған егетем ҡараштарын йәшерер булды. Түҙмәй, уға нимә булыуын, ни өсөн ҡапыл ғына үҙгәреүен аңлатыуын һораным. Ә яуабын ишеткәс, ҡолап китә яҙҙым. Ул Регина һеңлемә ғашиҡ булыуын, был хаҡта үҙенә лә белдереүен, етмәһә, ыңғай яуап алып, хәҙер телефондан аралашып тороуҙарын әйтте. Ул ғына ла түгел, бында үҙемде ғәйепләне. Имеш, мин таныштырмаһам, Регинаның барлығын да белмәҫ ине.
Ике яҡын кешемдең алдауын, хыянатын тойоу­ҙан күңелемә ныҡ ҡыйын булды. Ғәрлегемдән үкһеп-үкһеп иланым. Регинаның бер ни һиҙҙермәй артымда насарлыҡ эшләп йөрөүенә йәнем көйҙө. Туғандар шулай буламы?! Уға башҡа егет бөткәнме? Ильясты нисек яратыуымды белмәһә, бер хәл. Тимәк, егетемдең дә хистәре ысын булманымы икән?
Был һорауҙарға һаман да яуап таба алмайым. «Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы» битенә лә кәңәш һорар өсөн түгел, ә башҡаларға һабаҡ булһын өсөн яҙҙым. Был тормошта үҙегеҙҙән башҡа берәүгә лә ышанмағыҙ, дуҫтар, берүк минең хәлдә ҡала күрмәгеҙ, мөхәббәтегеҙҙе һаҡлағыҙ!

АЛҺЫУ (16 йәш).
Йылайыр районы.

Фото: attuale.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: