Һин – минең яҙым,
Иң тәүге наҙым,
Умырзаялай
Балҡыған сағым.
Һин – минең йәйем,
Бар донъя йәмем.
Моңға түгелеп,
Һайраған йәнем.
Һин – минең көҙөм,
Һағышлы көйөм,
Йондоҙло күгем,
Сыуаҡ бер көнөм.
Һин – минең ҡышым,
Айырылмаҫ ҡушым.
Һалҡындарҙа ла
Һайрар бер ҡошом.
Фото: apkshki.com