+26 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Һин яратҡас!

Сәскәгә тиңләмә мине -

Һин яратҡас!
Һин яратҡас!

Сәскәгә тиңләмә мине -

Сәскә үҙенсә матур,

Һинең яғымлы һүҙеңдән

Үлән дә сәскә атыр!

Йондоҙға тиңләмә мине -

Йондоҙ төрлө булалыр,

Һөйөү тулы ҡарашыңдан

Затһыҙ таш та нурланыр!

Ҡояшҡа тиңләмә мине -

Минһеҙ ҙә бит таң атыр,

Ғәҙәти, ябай булһам да,

Һин яратҡас, мин - матур!


Гүзәл НОРОТҠОЛОВА.

Фото: stihi.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: