Һин – алыҫта, сәләмеңде көтәм,
Һәр бер атҡан таңдан ашҡынып.
Әгәр иңдә ҡанаттарым булһа,
Барып етер инем талпынып.
Ә һин, беләм, мине шул саҡтарҙа
Ҡаршыларһың йәйеп ҡосағың.
Ошо хаҡта уйлау – үҙе бәхет,
Һүрелмәһен һөйөү усағы!
Яратып та баҡҡан ҡараштарың,
Иркәләүең, наҙлы тауышың
Хәтеремдән һис кенә лә сыҡмай,
Мөхәббәтем – ҡайнар һулышым.
Һөйөүөбеҙ һынау үтә төҫлө,
Ҡайтып етерһең һин яныма.
Шул саҡтарҙа иң бәхетле булып,
Балҡып янырмын мин яңынан!
АЛТЫНАЙ.
Фото: salonfifi.ru