-1 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Бәхет тынлыҡты яратһа ла...

Мөхәббәт... Был һүҙҙәрҙән наҙ, йылылыҡ һирпелеп торған кеүек.

Бәхет тынлыҡты яратһа ла...
Бәхет тынлыҡты яратһа ла...

Минең дә дуҫ егетем бар. Исемен Айнур тип ҡуям. Беҙ бәләкәйҙән бергә уйнап үҫтек. Һөйгәнем оҙон буйлы, төҫкә матур, етеҙ. Әммә күңелемде уның шул тиклем ярҙамсыл, итәғәтле, хәстәрлекле булыуы әсир итте.
Тәүҙә «Бәйләнештә» социаль селтәрендә матур ғына итеп яҙыша торғайныҡ. Аҙаҡ бер туҡтауһыҙ телефондан һөйләшеүҙәр, өйгә тиклем оҙатыуҙар башланды.
Айнур менән шул тиклем рәхәт. Бергә булғанда ваҡыттың үткәне лә һиҙелмәй. Һинең өсөн өҙөлөп торған кеше барлығын белеү ҙә күңелгә әйтеп-аңлатып бирә алмаҫлыҡ кинәнес өҫтәй бит ул. Һөйөү утында яныуым менән бәхетлемен. Бәхет тынлыҡты ярата, тиһәләр ҙә был хаҡта «Иләҫ-миләҫ»кә яҙып ебәрергә булдым әле. Үҙем кеүек ҡыҙҙар һәм егеттәргә, йөрәктәрҙе яндырған мөхәббәт бары тик ғазаптарҙан ғына тормай ул, ә күңелдәрҙе күтәрә, ҡанатландыра ла, тип әйткем килә. Бары тик үҙегеҙҙең кешене осратырға ғына кәрәк. Шуға күрә түҙемле булығыҙ, буй етмәҫлек хыялдарға үрелмәгеҙ, бәлки, бәхетегеҙ эргәгеҙҙә генә йөрөйҙөр. Һәр берегеҙгә был матур, саф хистәрҙе кисерергә яҙһын. Мөхәббәтһеҙ кеше – ҡанатһыҙ ҡош кеүек ул.

Ләйсән ЛОҠМАНОВА.
Б. районы.

Фото: rostduha.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: