+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Һуңланың...

Һөйҙөм һине бар йөрәгем менән

Һуңланың...
Һуңланың...

Һөйҙөм һине бар йөрәгем менән

Тойғоларым булды саф, яҡты.

Ә һин аңламаның һәм һүндерҙең

Дөрләп янған ялҡын-усаҡты.

 

Артта ҡалды янып-көйөүҙәрем,

Һине генә өҙөлөп һөйөүҙәрем.

Төндәр буйы йоҡлай алмайынса

Һинең өсөн йәштәр түгеүҙәрем.

 

Онотолдо. Гүзәл тормошомдоң

Өр-яңынан бите асылды.

Мин белмәйем һине. Танымайым,

Һағыныуҙарым күптән баҫылды.

 

...Ә бер көндө ҡабат килдең миңә,

Һөйөүөмдө, тинең, аңланым.

Тик һуң инде, бел, минең йөрәгем

Бүтән берәү өсөн янғанын.

АҠЙОНДОҘ.

Фото: uploads

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: