-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Яуапһыҙ шул һөйөүөм...

Синыфташым Алмаз ныҡ оҡшай. Үтә шаян, шуҡ булһа ла, насарыраҡ уҡыһа ла, һөйкөмлө, ябай, һәр саҡ ярҙам итергә әҙер булыуы менән күңелемде әсир итте ул. Берәүгә лә һиҙҙермәйенсә, эстән генә яратып йөрөйөм үҙен.

Яуапһыҙ шул һөйөүөм...
Яуапһыҙ шул һөйөүөм...

Бер партала ултырғас, йыш ҡына контроль эш ваҡыттарында ярҙам һорай, өйгә эштәрҙе лә күсертәм. Уға ярҙам итеүҙән кинәнес табам. «Әлдә һин бар әле!» тип тә ебәрһә, үҙемде уға кәрәкле кеше итеп тойоп, бөтөнләй иреп китәм. Телгә оҫта, йор һүҙле шул үҙе. Кәрәк икән, юхалана, кәрәк икән, маҡтай ҙа белә.
Әммә Алмазға хистәремде еткерә алмауым өсөн йөрәк әрней, ҡыйыуһыҙмын шул. Бер нисә тапҡыр «Бәйләнештә» яҙырға уҡталғайным да, кире уйланым. Синыфтағы Лилиә кеүек самаһыҙ әрһеҙ, ҡыйыу түгелмен бит. Ана, ул оялыуҙың ни икәнен дә белмәй. Егеттәргә туранан-тура: «Яратам!» – тип әйтеүе лә мөмкин, ҡосаҡлап алып йә иһә яурындарына башын һалып ултырыр­ға ла күп һорамай. Бөтөнләй оялып тормай. Алмаз яны­на барһа, ҡыҙғаныуҙан саҡ түҙәм. Эй, ҡыйын инде шул саҡтарҙа. Уныһы ла ҡаршы килмәй бит әле. Әллә үҙенә Лилиә һымаҡ еңел холоҡло, елбәҙәк ҡыҙҙар оҡшаймы икән?! Мин бит уның бөтөнләй киреһе... Шуға ла һөйөүемде белдерһәм, хистәремде кире ҡағыр төҫлө. Етмәһә, көлөп, был хаҡта башҡаларға ла һөйләһә, ғәрлеге ни тора! Ә былай, исмаһам, эстән генә янып-көйһәм дә, һөйгәнем эргәмдә, уҡыу һылтауы менән булһа ла аралашабыҙ. Ошо ғына ла минең өсөн бәхет кеүек.
Каникул башланыуы ғына күңелде ҡыра. Мәктәптә көн дә Алмазды күреп, уның яғымлы тауышын ишетә инем бит. Ә хәҙер уҡыуға йөрөмәгәс, көндәрем аҙналай оҙаҡ үтә, күңелһеҙ, үҙен ныҡ һағынам, уйҙарға бирелеп, моңһоуланып тик йөрөйөм. Мөхәббәт тураһында йырҙар тыңлаһам, күҙҙәремдән субырлап йәштәр аға башлай. Яндыра ла, көйҙөрә лә икән ул һөйөү тигәндәре. Бер ауылда йәшәһәк, бәлки, ул тиклем ҡыйын да булмаҫ ине. Күрше ауыл егете бит Алмаз, интернатта ятып уҡый.
Ярай әле ваҡыты-ваҡыты менән «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге сәхифәһенә фотолар ҡуйып тора. Мин уны шунан күҙәтәм, лайктар, смайликтар ҡалдырам.
Бына шулай яуапһыҙ һөйөү утында янып тамамланым һигеҙенсе синыфты. Был тойғоно тәүләп кисереүем. Әгәр ул яуаплы ла булһа, бөтөнләй бәхетле булыр инем дә бит. Тик был бары хыял ғына шул...
Әллә ҡыйыулығымды йыйып, барыһын да үҙенә еткерергә лә ҡуйырғамы икән? Ә инде хистәремде кире ҡаҡһа, яратыуымдан да төңөлөр инем, бәлки. Ваҡыт дауалай, тиҙәр бит. Күпме шулай ғазап утында янырға була? Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, дуҫтар? Кәңәштәрегеҙҙе көтөп ҡалам.

РЕГИНА.
Ҡ. районы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: