Алтын, ҡыҙыл, йәшел, аҡ, көмөш, шәмәхә төҫөндәге кейемде һайлаһағыҙ, оторһоғоҙ, ҡыҙҙар. Әгәр бындай кейем оҡшамай икән, ошо төҫтәрҙәге алҡа-мәрйендәр тағырға мөмкин.
Ә ниндәй төҫтәрҙе Аждаһа бөтөнләй үҙ итмәй? Зәңгәр һәм алһыу. Шулай уҡ шоколад төҫөндәге һәм аҡһыл көрән кейем алмай тороғоҙ.
Киләсәк йыл хужаһы – һәр саҡ иғтибар үҙәгендә. Шуға байрамды ҡаршылаусылар ҙа сағыу, бер үк ваҡытта уңайлы кейемдә булһын. Аксессуарҙарҙың ҡиммәтлерәген һайларға тырышығыҙ. Ғәҙәти булмаған билбау, аждаһа формаһындағы брошь, матур макияж һеҙҙе үҙенсәлекле итәсәк.