-1 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Яңғыҙҙарҙы танышыу көтә

2024 йыл мөхәббәт һәм дуҫлыҡ өлкәһендә нимә вәғәҙәләй? Әйҙәгеҙ, йондоҙнамәгә күҙ һалайыҡ.

Яңғыҙҙарҙы танышыу көтә
Яңғыҙҙарҙы танышыу көтә

Ҡуҙы. Шәхси тормошоң ваҡиғаларға бай булмаҡсы. Яҙмышыңды үҙгәртеп ебәрерлек осрашыу көтөлә. Йондоҙҙар үҙеңде лә яратыр­ға кәңәш итә: имиджыңды үҙгәртеү, спорт менән шөғөлләнә башлау өсөн шәп осор.
Буға. Кемгәлер ғашиҡ булһаң да, күрһәтмәҫкә тырышасаҡһың һәм был – дөрөҫ юл. Әгәр бығаса кем менәндер дуҫлашҡанһың икән, уға сюрприз яһап ал. Декабрҙә ҡайһы берәүҙәрҙе яңы танышыу көтә.
Игеҙәктәр. Элекке проблемаларыңды хәл итә алырһың, тормошоң яйланыр. Ялҡыт­ҡан мөнәсәбәттәрҙе өҙөргә була. Бөтә үҙгәрештәр – тик яҡшыға ғына! Төрлө күңел асыу сараларына йөрөргә тырыш, үҙ кешеңде осратыуың бар.
Ҡыҫала. Һөйгәнең менән бер-берегеҙҙе ярты һүҙҙән аңлап торорһоғоҙ. Йәрҙәре булмағандар Аждаһа йылында танышҡан кеше менән йылы мөнәсәбәттәр ҡорор. Ғөмүмән, «ҡыҫала»ларға мөхәббәт өлкәһендә уңыш йылмаясаҡ.
Арыҫлан. Үҙгәрештәр ғинуар айында уҡ башланыр. Һиңә үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе тәптипкә килтереп алырға кәрәк. Ҡабаланмай ғына проблемаларҙы хәл ит. Үҙеңдең холҡоңдо бер аҙ үҙгәртеү ҙә ҡамасауламаҫ. Өмөтлө танышыу көтөлә.
Ҡыҙ. Барыһы ла ыңғай ғына бармаҫ. Кемдеңдер тирә-яҡтағы ваҡиғаларға күҙе асылыр. Мөхәббәт юҡ икән, араларҙы өҙөүгә нимә ҡамасаулай? Һал­ҡын аҡыл менән эш ит. Һине оҡшатып йөрөүсе берәү бар, буғай.
Үлсәү. Киләһе йылда үҙеңдең хыял-маҡсаттарыңды беренсе планға ҡуй! Шәхси тормошоңда барыһы ла ал да гөл: шатлыҡлы мәлдәр, сюрприздар менән тулы ул. Йәйен генә ниндәйҙер ҡаршылыҡтар булыуы ихтимал. Көнләшеү тойғоһона һинең менән хакимлыҡ итергә юл ҡуйма.
Саян. Бер ҡараһаң, барыһы ла яҡшы, икенсе ҡараһаң, мөнәсәбәттәр ҡаршылыҡтарға осрарға ғына тора. Кемдер эргәлә генә йөрөгән дуҫы йәки күршеһе нисек яҡын булыуын аңлар.
Уҡсы. Холҡо буйынса һиңә бөтөнләй тап килмәгән кеше менән ҡыҙыҡһынып китеүең бар. Элек осрашып йөрөгән егет (ҡыҙ) дуҫ ҡына булып ҡалыр. Гел генә байрамдарға, сараларға саҡырыу килеп торор. Унда ҡыҙыҡлы танышыу көтөлә.
Кәзәмөгөҙ. Мөхәббәт өлкәһе уңышлы булыр. Танышыуҙар, осрашыуҙар башыңды әйләндерер. Тик һин ниңәлер үҙеңде баһалап еткермәйһең. Улай ярамай!
Һыуғояр. Яңғыҙҙар­ҙы танышыу көтә. Тик бының өсөн өйҙә ултырмаҫҡа кәрәк. Йыл парлылар өсөн дә уңышлы килер.
Балыҡ. Хыялдарың тормошҡа ашыр. Үҙең өсөн идеал тип һанаған кеше менән дуҫлашып китеүең бар. Йәрҙәре булғандар өсөн кәңәш: һөйгәнеңде үҙгәртеп маташма.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: