+1 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Беренсегә ғашиҡ булдым...

Ғүмереңдә тәүге оҡшатҡан ҡыҙҙы йә малайҙы онотоп булмай, шулай бит? Әҙәби әҫәрҙәрҙә яҙылғандағы кеүек, күңелдәр иләҫ-миләҫләнеп китә, мәктәпкә йә түңәрәккә УНЫ күрер өсөн генә бараһың. Бына әле гәзитебеҙҙең йәш дуҫтары тәүге мөхәббәттәре хаҡында хәтирәләре менән бүлешә.

Беренсегә ғашиҡ булдым...
Беренсегә ғашиҡ булдым...

ЮЛИЗӘ, 16 йәш:
– Әсәйем театр түңәрәгенә яҙҙыр­ғанда миңә 12 йәш ине. Төркөмдә күптәр 1 – 2 йәшкә ҙурыраҡ булып сыҡты. Быға әллә ни бошонманым: синыфтағы ялҡау малайҙар, үҙҙәрен әллә кемгә ҡуйған ҡыҙҙар менән аралашыуға ҡарағанда, түңәрәктәге компания күпкә ҡыҙығыраҡ ине. Малайҙары ла еүеш танау түгел, инде егет бул­ған­дар: алдыңдан ишек асалар, сум­каңды ла күтәрешеп алып ҡайталар. Инсаф исемлеһе бигерәк күңелемә ятты. Түңәрәккә үҙен күрер өсөн генә йөрөнөм, тип әйтә алмайым, шулай ҙа ул килмәһә, кәйефем төшә торғайны. Үҙем унан тартына ла инем, һүҙ ҡушһа, ҡойолоп төшәм. Тәүге хистәр ошолар булғандыр инде. Ә ул миңә һеңлеһенә ҡараған кеүек ҡараны, буйға ла бәләкәс кенәмен шул үҙем. Һу­ңынан инде театр түңәрәген ташланым. Инсаф менән социаль селтәрҙә бер-беребеҙгә байрамдарҙа асылмалар ғына ебәрәбеҙ хәҙер.
Был мөнәсәбәттәрҙең яҡшы яғын нимәлә күрәмме? Ысын ир-егет ниндәй булырға тейеш икәнен аңланым: көндәлек тормошта – ярҙамсыл, төшөнкөлөккә бирелгәндә, проблемалар килеп тыуғанда иһә терәк була алырлыҡ.
МАРАТ, 15 йәш:
– Бишенсе синыф. Яңы мәктәп. Параллель синыфтағы матур ғына ҡыҙыҡай менән башҡорт теле дәресендә бергә ултыра торғайныҡ. Бер байрамға иғтибарын йәлеп итер өсөн бәләкәй генә бүләк тотторғайным, иҫе лә китмәне. Әллә миңә шулай тойолдо... Күрәһең, үҙемде әллә ни оҡшатмағандыр ин­де. Юғиһә, артабан дуҫтарса булһа ла аралашыр инек. Шулай итеп, мөнәсәбәттәр башҡорт теле дәресендә бергә ултырыуҙан уҙманы.
РУМИЯ, 12 йәш:
– Ә мин балалар баҡсаһында уҡ бер малайҙы оҡшата инем. Егеттәр генә түгел, ҡыҙҙар ҙа танышҡанда иң беренсе тышҡы ҡиәфәткә иғтибар итәлер ул. Беҙҙең төркөмдә Г. исемле малай бигерәк сибәр ине. Етмәһә, брейк-данс менән шөғөлләнә. Әсәйҙәргә арналған концертта сығыш яһап барыһының да һушын алды. Үҙемсә тегене бик оҡшатып йөрөнөм. Шулай ҙа ва­ҡыт үтеү менән хистәрем һүрелә төштө. Әле бер синыфташ малай менән яҡшы ғына дуҫлашып йөрөйбөҙ. Уның холҡо һәйбәт: тыныс, ярҙамсыл, уҡыуы ла яҡшы ғына. Ысынын әйткәндә, дуҫымдың иғтибарын яуларға теләүсе ҡыҙҙар күп синыфыбыҙҙа. Мине һайлағас, үҙем дә төшөп ҡалғандарҙан түгелмендер инде.
НИСА, 17 йәш:
– Синыфташ егеткә әллә ни иғтибар итмәй инем, һуңғы арала тик уны күргем килеп торасы. Быға тиклем кемделер яраттым, тип әйтә алмайым. Ә бына Р. алдында уңай­һыҙланам, өҫ-башымды нығыраҡ тәрбиәләп ҡарай башланым, әйтерһең дә, ул күҙәтеп тора инде. Р. бүтән ҡыҙ менән осраша шул, мине күҙенә элмәй. Бына шундай яуапһыҙ тәүге һөйөүем...

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: