+1 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Һин көнсөлмө? (тест)

Көнләшә, тимәк, ярата, ти ҡайһы берәүҙәр. Ысынлап та, дөрөҫлөк барҙыр был һүҙҙәрҙә. Тик саманан арттырыусылар ҙа була бит әле. Дуҫлашып йөрөгән ҡыҙын бөтәһенән дә ҡыҙғанып, минән башҡа кем менән аралаша икән, тип телефонын тикшереүселәр ҙә осрай. Улай яраймы икән? Егеттәр, ошо тест һорауҙарына яуап бирегеҙ әле. Көнләшеүсәнме-юҡмы икәнде белеп, холҡоғоҙҙоң ҡайһы бер һыҙаттарын үҙгәртеү ҙә ҡамасауламаҫ, бәлки.

Һин көнсөлмө? (тест)
Һин көнсөлмө? (тест)

1. Яратҡан ҡыҙың телефондан кем менәндер бик оҙаҡ һөйләшә. Быға нисек ҡарайһың?
А. Түҙемле генә көтөп тораһың, һуңынан кем менән аралашҡанын белешәһең.
Б. Әңгәмәсенең кемлеген һөйләшеү барышында уҡ һорайһың.
В. Иҫең китмәй – уның да дуҫтары бар бит.
2. Мөхәббәт хаҡында ниндәй фекерҙәһең?
А. Ул ғүмерлек булырға тейеш.
Б. Кеше бер нисә тапҡыр ғашиҡ булырға һәләтле.
В. Бер кешене генә яраталар, тип ышанғың килә, тик бының булыуы мөмкин түгелдер, тип ҡуяһың.
3. Кисте һөйгән ҡыҙың менән үткәрергә тейеш инең, тик икенсе эштәрең килеп сыҡты. Һинең тойғоларың?
А. Берәйһе менән осрашыу­ға сығып китә инде, тип ҡур­ҡаһың.
Б. Лутсы яңғыҙы ултырмаһын, йөрөп килһен әйҙә, тип уйлайһың.
В. Бер нимәгә лә борсолмайһың, үҙе белә.
4. Ҡулыңа дуҫлашып йөрөгән ҡыҙыңа яҙылған хат килеп эләкте. Уҡырһыңмы?
А. Юҡ.
Б. Үҙе күрһәтһә генә.
В. Әлбиттә, асып уҡыйым.
5. Һөйгәнеңдең элекке дуҫ егеттәре хаҡында ниндәй фекерҙәһең?
А. Элек кем менәндер осрашыуы миңә оҡшамай.
Б. Был хаҡта уйламаҫҡа тырышаһың.
В. Бөтөнләй ҡыҙыҡ түгел.
6. Осрашҡан мәлдә ҡыҙың ҡапыл уйға батһа, үҙеңде нисек тоторһоң?
А. Минең хаҡта уйлайҙыр, тип тынысланаһың.
Б. Икенсе егет менән таныштымы икән әллә, тип борсолаһың.
В. Бер ни һорамайһың, бөткәнме ни проблемалар...
7. Мөхәббәтеңде урамда икенсе егет менән күргәндәр...
А. Һөйгәнеңде асыҡтан-асыҡ һөйләшеүгә саҡыраһың.
Б. Икенсе ҡыҙ менән осрашыуға бараһың.
В. Төшөнкөлөккә биреләһең.
8. Араларығыҙ һалҡынайғандай тойолһа, ни эшләрһең?
А. Мөнәсәбәттәрҙең кире ялғаныуын түҙемле генә көтәһең.
Б. Мин ғәйеплеме икән, тип уйлай башлайһың.
В. Артынан күҙәтеү ойоштораһың – сәбәбе ниҙә икән?
9. Компанияла ҡыҙың башҡа егеттәр менән иркен аралаша. Быға нисек ҡарарһың?
А. Иғтибар итмәйһең.
Б. Улай ҡыланмауын үтенәһең.
В. Осрашыуҙан һуң ризаһыҙлығыңды белдерәһең.
10. Бер нисә көнгә айырылышырға тура килһә...
А. Борсолмайһың.
Б. Йыш ҡына шылтыратып тораһың.
В. Көнләшһәң дә, белдермәйһең.
11. Көнләшеү арҡаһында ирешеп киттегеҙ, ти. Артабан ни эшләрһең?
А. Көлкөгә һабыштыраһың.
Б. Был һиңә оҡшай, хатта ҡәнәғәтлек килтерә.
В. Кәйефеңә ҡарап төрлө тойғолар кисерәһең.

Мәрәйҙәрҙе ҡуш та үҙеңде тикшер.

12 – 19 мәрәй: һин бөтөнләй көнләшә белмәйһең йә был һиңә кәрәкмәй. Тимәк, ҡыҙыҡайың һиңә ҡыҙғаныу өсөн сәбәп тә бирмәй.
20 – 26 мәрәй: күңелеңдә көнләшеү тойғоһо бар. Шулай ҙа ваҡытында үҙеңде ҡулға алаһың, талаш сығармайһың.
27 – 33 мәрәй: былай көнләшһәң, һөйгән йәрең эргәңдә оҙаҡ тормауы бар. Бөтә нәмәне контролдә тоторға тырышыу яҡшы түгел! Тиҙ арала холҡоңдо үҙгәрт.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: