Ирек менән балалар баҡсаһынан ныҡ дуҫ булдыҡ. Кейәү менән кәләш тип йөрөткәндәренә лә күнеп бөткәйнек. Ҙурайғас, ысынлап та, бергә ҡалыр кеүек инек. Дуҫлыҡ мәктәптә лә дауам итте. Тик аҙаҡ аралар йырағая барҙы. Етенсе синыфта беҙҙең мөнәсәбәттәр ҡапыл өҙөлдө лә ҡуйҙы. Нисекме?
Үҫмер саҡ бит инде – малай-ҡыҙыҡайҙар егет-ҡыҙҙарға әүерелә, кәүҙәләре үҙгәрә. Айырыуса ҡыҙҙар физик яҡтан өлгөрөп етә башлай, егеттәрҙә уларға ҡарата ҡыҙыҡһыныу уяна. Ә мин бала кеүегерәкмен һаман. Бына шул һөйгәнемә оҡшамай икән. Ундай саҡта «Сибәрҙәр сибәр булмай, һөйгәндәр сибәр була» тигән халыҡ аҡылын аңламайһың да. Бер көн Ирек тураһын ярып әйтте. Һинең менән осрашырға теләмәйем, бигерәк ябыҡһың, тигәндән һуң алдымда ер убылдымы ни... Ә эргәләге дуҫтары һуң? Ауыҙ йырып торалар бит әле!
Шулай ҙа юғалып ҡалманым. Бәләкәйҙән бейеү, һүрәт төшөрөү менән мауыға инем. Спорт менән дә шөғөлләнә башланым һәм теләгемә ирештем дә. Әллә шул ярҙам итте – саҡ ҡына булһа ла ит ҡунды. Ә Ирек ни эшләне, тип уйлайһығыҙ? Ике йыл бөтөнләй һөйләшмәй йөрөгәндән һуң эргәмә үҙе килде! Имеш, ул барыһын да аңлаған, мине ныҡ оҡшата икән, әйткәндәре өсөн бик үкенә, фәлән-фәсмәтән... Бының шулай икәнен үҙем дә тойҙом һәм уға тағы бер мөмкинлек бирҙем. Беҙ ҡабаттан йөрөп киттек.
Әммә тиҙҙән тойғоларым буталды. Бер яҡтан, Иректе ныҡ яратам. Икенсе яҡтан, һаман теге һүҙҙәр, күмәк көлөү ҡолаҡ төбөндә сыңлай бит. Әҙерәк кенә ғорурлыҡ тигән нәмә миндә лә бар инде – етди һөйләшеү ойоштороп, уны күрергә теләмәүемде белдерҙем. Ул аптыраны, йәнә ғәфү үтенә башланы, тик мин ҡарар ҡабул иткәйнем инде.
Уҡып бөтөп, төрлө ҡалаларға таралыштыҡ. Хәҙер дуҫтарса аралашабыҙ. Ирек төрлө ҡыҙҙар менән осрашып ҡараны. Әлеге мәлдә икебеҙ ҙә яңғыҙбыҙ. Һаман да яҡын күрәм һымаҡ үҙен, тик етенсе синыфтағы хәлдәрҙән һуң, башта әйткәнемсә, беләһегеҙме, ниндәй комплекстар барлыҡҡа килде миндә! Һәм улар һаман да бар! Әлеге ваҡытта ундай үҫмерҙе психологка алып барып мәсьәләне хәл итерҙәр ине. Ул ваҡытта ни... Ә мин хәҙер ҙә фитнес менән шөғөлләнәм, тик һаман да үҙемде «таҡта» итеп тоям. Нәҫелебеҙҙә тулы кәүҙәлеләр булмағас, нимә эшләтәйем инде? Бәлки, әле ундай уҡ ябыҡ та түгелмендер, тик күңелдә ҡалды шул. Ошо тойғоно нисек еңергә?
Алһыу.
Туймазы ҡалаһы.
ҺҮРӘТ: yandex.ru.