+1 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Толом-толом сәстәр ҡайҙа?

Был хаҡта күптән яҙырға йөрөй инем. Гәзиттә «Оҙонсәс» фотоконкурсының йомғаҡтарын күргәс, фекеремде әйтмәй булдыра алманым.

Толом-толом сәстәр ҡайҙа?
Толом-толом сәстәр ҡайҙа?

Һүҙ юҡ, ҡыҙҙар барыһы ла матур, ысынлап та, оҙон сәсле үҙҙәре. Улар бәйгегә генә толомдарын таратып фотоға төшкәндер, тип ышанғы килә. Ә тормошта башҡорт ҡыҙҙары ғүмерҙә лә сәсен ялбыратып йөрөмәгән.
Толом – ул үрелгән сәс. Хәҙер төрлөсә итеп үреп йөрөтөргә мөмкин, интернет селтәре барыһына ла өйрәтә.
Шуныһы ҡыуандыра: Өфөләге башҡорт гимназияларына барһаң, сәстәрен матур итеп үргән ҡыҙҙарҙы күреп күңел һөйөнә. Ҡарап тороуы һоҡланғыс. Ә урамда... олоһо ла, кесеһе лә ялпылдап йөрөй. Ҡыҫҡа сәс булһа, бер хәл, оҙон сәстәрен дә куртка тышына сығарып ҡуялар. Әйтерһең дә, бына минең сәсем бар, тип маҡтаналар. Шөкөр, сәс ни ул бөтә ҡыҙҙарҙа ла бар инде. Әммә уны ҡыш көнө лә тышҡа сығарып күрһәтеп йөрөү, кәм тигәндә, мәғәнәһеҙлек. Сөнки, беренсенән, йәм­һеҙ, икенсенән, сәскә һыуыҡ тейә – ҡойола, остары бүлгеләнә, өсөнсөнән, транспортта барғанда баш­ҡа кешеләргә йәбешеп, эләгеп ҡала.
...Бер ваҡыт мин бөҙрәхана хеҙмәткәренән: «Ҡатын-ҡыҙҙың тышҡы матурлығы нимәлә?» – тип һорағайным. Ул: «Сәсендә һәм ҡашында», – тип яуап бирҙе. Тимәк, сәсен ни тиклем ҡарап, йыйнап, үреп йөрөһә, гүзәл зат шул тиклем һылыу күренәсәк. Ә ҡашҡа килгәндә, быныһы инде барлыҡ уҡыусы балаларға ҡағылмай, шулай ҙа һүҙ сыҡҡас, ул турала ла әйтеп үтәйем.
Һуңғы ваҡытта ҡаш­тарҙы буяу модаға инеп китте. Һис тә матур түгел был! Етмәһә, ул буяу тиҙ генә бөтмәй, күпмелер ваҡыт тәбиғи матурлыҡты тоноҡлап «ҡысҡырып» тора. Керпектәрҙе «оҙонайтыу» ҙа гүзәл заттарҙы күркәмләмәй, киреһенсә, ытырғандыра. Был химик буяуҙар ҡаштың да, керпектең дә ҡойолоуына килтерә, күҙгә инфекция ла кереүе бар. Үҙенең тәбиғилеген юғалтырға теләмәгән ҡыҙҙар бер ҡасан да бындай аҙымға бармаясаҡ.
Егеттәр һеҙҙең шул «матурлығығыҙ»ға ҡыҙыға, тип уйлайһығыҙмы? Һис юҡ. Улар аҡылһыҙ түгел. Тәбиғәт биргән һылыу­лығы менән кеше һөйкөмлө – шуны хәтерегеҙҙән сығармағыҙ. Матур булығыҙ, ҡыҙҙар!

ЗӨҺРӘ инәйегеҙ.
Өфө ҡалаһы.

Толом-толом сәстәр ҡайҙа?
Толом-толом сәстәр ҡайҙа?
Толом-толом сәстәр ҡайҙа?
Толом-толом сәстәр ҡайҙа?
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: