Ҡайһы бер ҡыҙҙар үҙҙәрен ҙур итеп күрһәтергә тырыша: күҙ-ҡаштарын буяйҙар, эстәре күренеп торған асыҡ кофталар кейәләр. Миңә был бөтөнләй оҡшамай. Уларҙың егеттәр иғтибарын йәлеп итергә тырышыуымы икән?
Былтыр лагерҙа ял иткәйнем. Бер таныш ҡыҙ ҙа шунда булып сыҡты. Ул миңә дуҫлашырға тәҡдим яһаны. Отрядтар тышҡа сыҡҡанда һөйләшеп ҡалырға тырыша инек. Лагерҙа шулай йылы ғына аралашып йөрөнөк. Ҡалаға ҡайтҡас, икенсе көнөнә миңә урамға сығыуымды һорап смс-хәбәр яҙған. Сыҡтым. Башҡа дуҫлашмайыҡ, тимәһенме!? Аптырап киттем. Сәбәбен дә аңлатманы. Минең кәйефем төштө, әлбиттә, тик ныҡ ауыр ҡабул итмәнем.
Артабан уҡыу, мәктәп саралары, район конкурстары менән бер йылға яҡын ваҡыт уҙып та китте. Теге ҡыҙҙы һирәк-һаяҡ урамда күрә инем, беҙҙән йыраҡ йәшәмәй ул. Етмәһә, һеңлем менән аралаша. Яңы ғына йәнә смс яҙған. «Мин һине яратам, әйҙә күрешәйек», – тигәнсе. Бына һиңә мә! Аңламаҫһың ҡыҙҙарҙы!
Ә миңә бер ниндәй ҙә күрешеү-осрашыуҙар кәрәкмәй. Әлегә ҡыҙыҡһыныуҙарым икенсе. Дуҫтар менән тышта велосипедта йөрөйбөҙ, кистәрен ноутбукта онлайн уйындар уйнайбыҙ. Өйҙә әсәйемә ярҙам итәм, йәйгелеккә өләсәйемдәргә барырға иҫәп тотам.
Миңә ҡыҙҙар менән дуҫлашырға иртә кеүек. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ, дуҫтар? Ҡасан тәүге тапҡыр ғашиҡ булдығыҙ? Шул хаҡта яҙығыҙ әле.
Д.
Өфө ҡалаһы.
ҺҮРӘТ: yandex.ru.