Мәктәп йылдарында тәүге мөхәббәт хистәрен татымаған үҫмер юҡтыр ул. Танауға еҫ инә башлағас, беҙҙең синыфта ла парҙар барлыҡҡа килә торҙо. Үҙебеҙ ҙә күмәк инек. Ҡайһы бер малайҙар синыфтағы ҡыҙҙарға дуҫлыҡ тәҡдим итергә йөрьәт итә, тегеләре ризалашһа, түбәләре күккә тейгәндәй йөрөйҙәр, мәктәптән һуң өйҙәренә оҙатып ҡуялар. Магазинға инеп, оҡшатҡан ҡыҙға һағыҙ, шоколад кеүек тәм-том алып биргән булалар. Был парҙар кистәрен тышта етәкләшеп йөрөй, клубҡа ла сығалар.
Ҡайһы бер өлгөргәнерәк ҡыҙҙар иһә өлкән синыф малайҙары менән осраша ине. Барыһы ла матур ғына дуҫлашып йөрөнө, һуңынан татыу ғаиләләр ҙә барлыҡҡа килде.
Ә ситтән килгән егет-ҡыҙҙарға иғтибар бигерәк ҙур ине. Кистәрен клубта сибәрерәк ҡунаҡ эргәһендә өйрөлөүселәр күп. Ул һайлаған ҡыҙға йә егеткә ҡырын ҡарап, мөнәсәбәт асыҡлап йөрөүселәр ҙә булманы түгел. Кеҫә телефоны юҡ заман, бөтәһе лә записка аша хәл ителә. Эй, ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та була торғайны...
Яуапһыҙ мөхәббәт утында яныусылар инде ул – айырым тарих. Һин мәктәпкә УНЫ ғына күрергә киләһең, формаңды үтекләп, сәстәреңде тарап, матур йылмайып, иғтибарын йәлеп итергә тырышаһың. Йома дискотекаһында уның ҡараштарын аулайһың. Ә ул һинең яҡҡа ҡарап та ҡуймай. Йә үҙенә кәрәктә генә өндәшә. Таныш хәлме, дуҫтар? Минең менән дә шулайыраҡ булды.
Р. менән бер синыфта уҡыныҡ. Әллә ни иҫ китерлек егет тә түгел ине, шикелле, шулай ҙа мин ғашиҡ булдым. Уҡыу яғынан бошмаҫ, хатта насар өлгәшеүселәр исемлегендә йөрөй. Йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем түгел. Ата-әсәһенән дә йүнле иғтибар юҡ ине үҫмергә – бер кейемен мәктәпкә йыл буйы кейә лә ҡуя. Мөхәббәт һуҡыр шул. Мин үҙемсә уҡымышлы, яҡшы ғаиләнәнмен, гел «бишле»гә өлгәшәм, синыфта старостамын, мәктәп тормошонда ла ҡайнайым.
Уны күрһәм, тәнем эҫеле-һыуыҡлы булып китә. Төҫкә матур ғына үҙе, ә ҡараштары! Берәй һорау буйынса мөрәжәғәт итһә, үҙемде ҡайҙа ҡуйырға белмәйем. Әхирәттәрем ғашиҡ булыуымды белә, үҙҙәренсә кәңәштәрен бирә. Тик был егет минең менән ҡыҙыҡһынмай, ҙурыраҡ синыф ҡыҙҙары тирәһендә бөтөрөлә. Ә мин эстән янам.
Туғыҙынсы синыфҡа күскән йылды ҡаланан өләсәләренә бер ҡыҙ күсеп килде. Беҙҙең менән бергә уҡыясаҡ икән. Исемен А. тип ҡуяйым. Төҫкә-башҡа төшөп ҡалғандарҙан түгел, үҙе үткер, аралашыусан – ни тиһәң дә, бер нисә йыл Өфөлә йәшәгән. А. менән яҡшы ғына дуҫлашып киттек. Тышта бергә йөрөйбөҙ, көтөү ҡаршылайбыҙ, ҡырға емеш-еләккә сығабыҙ. Бер парта артында ла ултырып алдыҡ. Ябай, кәрәккәндә ярҙам итергә генә тора. Тик бына Р. уға дуҫлашырға тәҡдим яһаған бит! Минең әхирәт хистәрем хаҡында хәбәрҙар бит инде, кире ҡаҡҡан. Шулай ҙа бер мәл дискотекала «медляк» бейеп йөрөмәһендәрме! Күҙҙәрем дүрт булды. Быны әхирәтем яғынан хыянат тип ҡабул иттем. Илап ҡайтып киттем. А. икенсе көнөнә өйөмә килеп ғәфү үтенде, былай ғына бейергә төшкән икән, Р.-ҙың саҡырыуын синыфташтарса ҡабул иткән. Был ысынлап шулай ине, улар артабан да элеккесә аралашыуын дауам итте.
Мин шулай ут йотоп йәшәй торғас, сығарылыш кисәһе лә етте. Былар мөхәббәт уйлап ҡына йөрөгән, тип уйлап ҡуймағыҙ тағы. Уҡыуҙы тамамлап, имтихандарҙы гел «бишле»гә тапшырҙым. Ул ваҡытта Берҙәм дәүләт имтиханы индерелеп торған мәл. Р. ҙа этә-төртә уҡып бөттө, туғыҙҙан һуң китеүселәр һирәк булған заман ине. Сығарылыш кисәһен үткәрҙек тә күмәкләп тауға юл тоттоҡ. Бер-беребеҙгә изге теләктәр еткереп, хыялдарыбыҙ менән бүлешеп, усаҡ тирәләй йырлаштыҡ. Бер нисә пар етәкләшеп тороп китте. Беҙ Р. менән икәү генә ҡалдыҡ һәм йылы ғына һөйләшеп ултырҙыҡ. Шунда ул мине үбеп алды. Мин бәхеттең етенсе ҡатында инем!
Шулай үтте ул кис. Бер нисә көндән дәртләнеп ҡабул итеү имтихандарына әҙерләнә инем инде. Ә Р. менән йөрөп киттек. Ял һайын килә, эскәмйәлә ҡосаҡлашып ҡына ултырабыҙ. Нимә хаҡында һөйләшкәнебеҙ хәтерҙә юҡ инде. Әммә ул мәлдәрҙә бик бәхетле булғанымды беләм.
Вузға уҡырға ингәс, юлдар айырылды. Ул әрмегә алынды. Аралашыу өҙөлөүгә бик бошонманыҡ та, буғай – һәр беребеҙҙең алдында яңы танышыуҙар, яңы мөмкинлектәр ине... Икебеҙ ҙә тормошта үҙ юлыбыҙҙы таптыҡ. Шулай ҙа сығарылыш кисәләре еткән осорҙа мин тәүге мөхәббәтемде, тәүге үбешеүемде хәтергә төшөрөп алам.
ЛӘЙСӘН.