+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

"Өфө, мин һине яратам"

Башҡорт режиссеры Айнур Асҡаров етәкселегендә "Өфө, мин һине яратам" тип аталған киноальманах төшөрөлгән. Сценарий авторы - Айҙар Аҡманов. 

"Өфө, мин һине яратам"
"Өфө, мин һине яратам"
Өфөнөң 450 йыллығын билдәләгән йылда был ҙур бүләк инде. Премьераһы октябрҙә генә буласаҡ, ә прокатҡа ноябрҙә сығарырға планлаштыралар. 
Фильм Өфө менән бәйле һигеҙ новелланан тора. Уларҙы төшөрөүҙә бер нисә режиссер ҡатнашҡан. Рәсәй актерҙары ла йәлеп ителгән. Киноальманах Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамы менән төшөрөлгән.
 
2023 йылда биш проект конкурста еңеп, грантҡа лайыҡ булғайны. Тағы дүртәүһе - “Ике туған” картинаһы, “Көс урыны” фәнни-популяр фильмы, “Әлифба” йәнһүрәте һәм  “Фәрзәнә көнбайышҡа китә” фильмы.
 
Фото: vk.com.
 
 
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: