1 Атайым менән әсәйем мине ярата.
2 Ҡайһы ваҡыт улар миңә артыҡ иғтибар бүлә.
3 Атай-әсәйемә көнөм нисек үткәнен гел һөйләйем.
4 Кәрәк саҡта эргәләренә барып кәңәш һорай алам.
5 Улар миңә ни эшләргә, ҡайҙа барырға кәрәклеген һәр саҡ иҫемә төшөрөп тора.
6 Беҙ йыш ҡына бергә тышта йөрөйбөҙ.
7 Атайым менән әсәйем минең хаҡта барыһын да белергә теләй, артыҡ маҙаһыҙлай.
8 Улар минең тыуған көндө бер ҡасан да онотмай.
9 Өҫ-башыма ныҡ иғтибар бүләләр.
10 Мин үҙемде яңғыҙ тоймайым.
Һөҙөмтәләр:
0 – 3 мәрәй. Атайың менән әсәйең һиңә бөтөнләй иғтибар бүлмәй, тип уйлайһың. Күрәһең, уларҙың эше ныҡ күптер. Насарҙы уйлама. Үҙең яндарына бар, һөйләш, яратҡаныңды әйтергә онотма. Барыһы ла яҡшы булыр!
4 – 6 мәрәй. Яҡын кешеләреңдең иғтибары етеңкерәмәгән кеүек. Үпкәләмә уларға! Минут һайын эргәңдә ултыра алмайҙар бит инде. Үҙ аллыраҡ булыу ҡамасауламаҫ.
7 – 10 мәрәй. Атайың менән әсәйең яныңдан бөтөнләй китмәй, шикелле. Һине ныҡ яраталар, һинең өсөн барыһын да эшләйҙәр. Ҡайһы ваҡыт был саманан ашып китә кеүек. Үҙеңә нимәнелер хәл итеп өйрәнергә лә кәрәк.
Фото: yandex.ru.