-9 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Әгәр егетең ташлаһа...

Беренсе мөхәббәт утында кем генә янмаған икән?!. Төндәр буйы йоҡлай алмай интеккәндәр бар. Әгәр аҙаҡ аралары өҙөлһә? Ҡыҙҙар, егеттәр быны ауыр кисерә. Ҡайһы берҙә һөйгән кешең менән мөнәсәбәттәрҙе кире тергеҙергә була әле. Асыҡтан-асыҡ һөйләшергә, барыһын да яңынан башлайыҡ, тип һүҙ ҡуйышырға мөмкин. Әгәр һайлаған кешең һине бөтөнләй яратмай икән, ул сағында ни эшләргә?

Әгәр егетең ташлаһа...
Әгәр егетең ташлаһа...

Егете менән аралары һыуынған ҡыҙҙарға, ғөмүмән, ташлашҡан парҙарға психолог кәңәшен тәҡдим итәбеҙ.
1. «Дәлилдәрҙән ҡотолоу» алымы. Өйөңдә һәм башыңда генераль йыйыштырыу эшлә: уны хәтерләткән, ул бүләк иткән бөтә нәмәне ташла. Хис-тойғоларҙы онотоп тор. Гаджеттарҙан һәм социаль селтәрҙәрҙән бергә төшкән фотоларҙы юй, диуарыңды постарҙан таҙарт, ҡағыҙ портреттарҙан да ҡотол.
2. Мессенджерҙарҙан һәм электрон почтанан уның бөтә хаттарын алып ташла. Әгәр почта аша ебәрелгән ҡағыҙ хаттар һаҡланһа, яндыр. Телефонда ҡара исемлеккә өҫтә.
3. Һине ташлап киткән егеттең бүләктәрен файҙалы эштәргә тотонорға була: башҡа кешеләргә бирергә, һатырға... Бик тә булмаһа, сүплеккә ташлар­ға. Әгәр гардеробта берәй кейем уны хәтерләтһә, шулай уҡ унан да ҡотол.
4. Әйберҙәрен кире бирергә. Йыш ҡына ҡыҙҙарҙа һөйгәненең әйберҙәре ҡалыусан: тарағы, зарядкаһы... Әлбиттә, уларҙы ташларға мөмкин. Шулай ҙа иң яҡшы юл – хужаһына ҡайтарыу. Әгәр был кеше менән шәхсән осрашырға теләгең булмаһа, туғандарыңдан йәки таныштарыңдан ярҙам һорарға мөмкин.
5. Аралашыу даирәһен таҙартыу. Йыш ҡына уртаҡ дуҫтар, таныштар менән аралашыу зарурлығы ҡала. Был һине ниндәйҙер көсөргәнештә тотоуы бар. Әммә егетеңдең таныштары менән башҡа бер ниндәй ҙә уртаҡлығың булмаһа, түҙеп тороу кәрәкмәй! Бигерәк тә әгәр был таныштар уның ғына дуҫтары булһа.
6. Ҡыҙыҡһыныуыңды баҫ. Һөйгән кешенең шәхесенә ҡарата ҡыҙыҡһыныу бер ҡасан да юғалмай инде ул. Хатта егет һине йәм­һеҙ рәүештә ташлаһа ла. Киреһенсә, был тойғо шундай ғазаплай, һәм күп кенә ҡыҙҙар сәғәттәр буйына уның социаль селтәрендәге битләүҙе күҙәтергә әҙер. Элекке егетең тураһында ниндәйҙер мәғлүмәтте таныштарың аша белергә тырышыу ҙа – йәмһеҙ күренеш. Дуҫтарыңды маҙаһыҙлама, ҡы­ҙыҡһы­ныуыңды күрһәтмә.
7. Әгәр алтынсы пунктты үтәмәһәң, үҙең өсөн бик күңелһеҙ һәм шаҡ ҡатырғыс яңылыҡтар белеүең бар. Ә был күҙ йәштәренә, депрессияға, истерикаға килтерә ала. Беләһеңме, уның кисә кем менән осраш­ҡанын йә иртәнге ашҡа нимә ашағанын бөтөнләй уйламау яҡшыраҡ.
8. Һаулығыңды һаҡла. Ҡағиҙә булараҡ, мөнәсәбәттәрҙе өҙөү еңел һәм шыма үтмәй. Ҡайһы бер ҡыҙҙар стресты баҫыр өсөн күп ашай һәм йоҡоһонан баш тарта, кемдәрҙер иһә көнө буйы түшәктә ята, ашамай, үҙ-үҙен ҡарауҙан туҡтай. Төп кәңәштәрҙең береһе — организмыңа файҙалы булған нәмәләр эшләү: физик әүҙемлек менән шөғөллән (ул, әйткәндәй, кәйефте яҡшырта), дөрөҫ туҡлан һәм витаминдар аша, йоҡо режимын боҙма.
9. Белгестәргә мөрәжәғәт итергә лә була. Үҙ проб­лемаларыңдан оялма. Дауалауҙы ни тиклем иртәрәк башлаһаң, мөхәббәт неврозынан шул тиклем тиҙерәк сығырһың. Ә насар туҡланыу һәм даими илау дарыуҙарҙың файҙаһын бөтөрә.
10. Ваҡытыңды күңелле нәмәләргә бағышларға кәрәк. Күргәҙмәгә йәки спектаклгә бар, ғөмүмән, үҙеңде ваҡ-төйәк эштәр менән шатландыр. Әгәр мөмкинлек булһа, икенсе ҡалаға йәки илгә сәйәхәткә сығыу яңы тойғолар бүләк итер.
11. Имиджды үҙгәртеү. Тәү сиратта, сәсте ҡырҡтырыу һәм буятыу –күп кенә ҡыҙҙар шулай эшләй. Һинең егетең оҙон ҡара сәсле ҡыҙҙар­ҙы ярата инеме? Бик яҡшы, блондинкаға әйләнергә ваҡыт! Уның өсөн һәр ваҡыт итәк һәм үксәле туфли кей­ҙеңме? Хәҙер спорт кейеменә өҫтөнлөк бирергә була!

Ә бына нимәләрҙе эшләргә ярамай:

– моңһоу музыка тыңларға;
– күҙ йәштәре ағыҙыусы мелодрамалар ҡарарға;
– социаль селтәрҙәрҙә үҙеңде йәлләткән статустар ҡуйырға;
– антидепрессанттар һәм тынысландырыусы препараттар менән мауығырға.
Һине бәхетле итә алырлыҡ кеше мотлаҡ табылыр! Яңы йыл яңы шатлыҡтар килтерһен!

 

Автор: Римма Баймырҙина
Читайте нас