-9 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Мөхәббәт көсө

Йәш дуҫтарым, мин инде хаҡлы ялдамын. Шулай ҙа гәзитте ҡыҙыҡһынып уҡып барам. Һеҙгә үҙемдең мөхәббәт тарихымды бәйән иткем килә.

Беҙ ғаиләлә күмәк үҫтек. Барлығы 8 бала булып, ҡыҙҙарҙан иң өлкәне инем. Шуға ла өйҙәге барлыҡ эш минең елкәлә булды. Атай менән әсәй эштә саҡта ашарға бешереү булһынмы, кер йыуыу, ҡош-ҡортто ашатыу, һыйыр һауыу ғына түгел, кесерәк туғандар өсөн яуаплылыҡ та минең өҫтә ине. Мәктәпкә барғас, илке-һалҡы ғына уҡыным. Дөрөҫөрәге, юғары баһалар алыр өсөн тырышырға кәрәклеге, яҡшы уҡыу хупланыуы хаҡында баштан аңлатыусы булмаған. Ата-әсәләр, ғәҙәттә, «бишле» алып ҡайтһаң, тегенеһен-быныһын алып бирербеҙ, тип балаларының күңелен үҫтереп ебәрә бит. Хәҙер ҙә кеҫә аҡсаһы биреп йә смартфон-планшет бүләк итеп дәртләндереүселәр бар. Икенселәргә иһә, йөҙөбөҙҙө ҡыҙартма, һин яҡшы уҡырға тейешһең, юғары белем алып, ҙур кеше булып китерһең, тиеүҙәре лә етә. Әлбиттә, үҙҙәре тырышып уҡыған маҡсатлы, уңған балалар ҙа күп. Бына мин дә шуны тәүҙә үк аңлап етһәм, беренсе синыфтан уҡ «отличница» булыр инем әле. Бер һеңлем сирек һайын Маҡтау ҡағыҙы алып ҡайта торғайны, атай-әсәй уны маҡтай. Минең иҫем китмәй, шунан нимә булған? Һораһалар – яуап бирәм дәрестә, былай артыҡ тырышмайым. Уйымда бөтөнләй икенсе нәмәләр: ҡайтыу менән көйәнтәләп һыуға бараһы бар, мал-тыуар ҡаралғанмы икән... Етмәһә, бер ҡышты ныҡ ҡына ауырып алдым. Уҡыу ҡайғыһы бөтөнләй булманы. Шулай алтынсы синыфҡа килеп еткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалғанмын.
Танауға еҫ керә башлаған мәл. Беҙҙең мәктәпкә күрше ауылдан да йөрөп уҡыйҙар ине. Унда – башланғыс синыфтар ғына. Етенселә белем алған Р. ҙа – шул өс саҡрым алыҫлыҡта ятҡан ауылдыҡы. Быға тиклем бер ҙә иғтибар итмәгәнмен икән дә үҙенә. Бер ниндәйҙер байрамда сәхнәлә бергә сығыш яһағандан һуң дуҫлашып киттек. Шунда уның ниндәй уҡыусы икәнен күрҙем: яҡшы өлгәшә, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша, фотоһы Маҡтау таҡтаһынан төшмәй. Миңә оят булып китте. Ғашиҡ булыуым шулай сәмләндерҙе лә ебәрҙе. Ныҡ тырыша башланым. Үҙем кистәрен ултырып темаларҙы өйрәнәм. Өйҙәге берҙән-бер яҙыу өҫтәлен төнгө бергә тиклем береһенә лә бирмәйем. Тиҙ арала уҡыуым яҡшырҙы. «Өслө»ләр, уҙа барһа, «дүртле»ләр алып йөрөгән ҡыҙҙарының «отличница»ға әйләнеүенә атай-әсәйем аптыраны ла, ҡыуанды ла. Етмәһә, Маҡтау ҡағыҙҙары алып ҡайта башланым. Әсәйем ҡалалағы баҙарҙан матур кейемдәр алып бирҙе. Бөтөнләй текә булып киттем. Бына бит, мөхәббәт көсө ниндәй!
Минең фотоһүрәтем һөйгәнемдеке эргәһендә Маҡтау таҡтаһында тороуын теләй инем. Сираттағы уҡыу йылында мәктәбебеҙгә фотограф йәнә килде. Әлбиттә, мине лә кәртешкәгә төшөрҙөләр. Тик бына беҙҙең, бер нисә ҡыҙҙың, фотолары бер нисә йыл буйы уҡытыусылар бүлмәһендә ятты ла ятты – Почёт таҡтаһын тәки яңыртманылар. Мин һигеҙҙе тамамлап педучилищеға уҡырға индем.
Ә Р. менән дуҫлығыбыҙ артабан да дауам итте. Төрлө ерҙәрҙә уҡып һөнәр алдыҡ. Ул әрмегә барып килде, Германияла хеҙмәт итте. Шунан өйләнештек. Инде дүрт тиҫтә йылға яҡын бергәбеҙ. Үҙем ғүмер буйы уҡытыусы һөнәренә тоғро ҡалдым, әллә нисә сығарылыш уҡыусыларына белем бирҙем. Балаларҙы ҡыҙыҡһындыра белдем, хатта әле лә элекке уҡыусыларым өйгә килеп хәл белешеп китә.
Бына шулай, дуҫтарым. Маҡсаттарығыҙға ирешегеҙ, бының өсөн эргәгеҙҙә дәртләндереп тороусы кешегеҙ булһа, тағы ла яҡшыраҡ.


З. апайығыҙ.
Учалы районы.

 

ҺҮРӘТ: МӨХӘББӘТ БЕР ГЕНӘ, СЕР ГЕНӘ.
Гөлсибәр ДАУЫТОВА, V синыф уҡыусыһы.
Әбйәлил районы,
Асҡарҙағы Таһир Күсимов исемендәге гимназия.

Автор: Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас