-9 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Һары кейем ярамай

Донъяла егеттәр һәм ҡыҙҙар араһындағы мөнәсәбәткә, ғаиләгә ҡағылышлы ҡыҙыҡ та, сәйер ҙә йолалар бар. Бер нисәүһенә күҙ һалайыҡ.

Һары кейем ярамай
Һары кейем ярамай

Рәсәй
Башҡа илдәрҙә йәшәүселәрҙе беҙҙәге традициялар аптыратыуы ихтимал. Мәҫәлән, Чукоткала һаман да левират ҡануны бар. Ағаһы (ҡус­тыһы) үлеп ҡалһа, егет еңгәһенә (килененә) өйләнергә, балаларын тәрбиәләргә бурыслы. Бындай йола беҙҙә лә булғанын китаптарҙан уҡып беләһегеҙҙер.

Ирландия
29 февраль үҙенсәлекле көн һанала: ҡыҙ оҡшатҡан егетенә үҙе тәҡдим яһай ала. Ул риза булырға тейеш. Кире осраҡта бик ҙур штраф түләйәсәк.

Малайзия
Һары төҫ – айырылышыу билдәһе. Шуға был дәүләттә парҙар һары кейем кеймәй, биҙәүес таҡмай.

Мавритания
Ябыҡ ҡыҙҙарға бында иҫтәре китмәй. Тулыраҡ булған һайын яҡшыраҡ! Был матурлыҡ һәм сәләмәтлек билдәһе һанала. Шуға ир-ат һөйгәнен күберәк ашатырға тырыша (һүрәттә).

Таиланд
Ҡыҙҙы еңел генә осрашыу­ға саҡырып булмай икән был илдә. Тәүҙә уның ата-әсәһенә аҡса түләргә кәрәк.

Сәғүд Ғәрәбстаны, Пакистан
Мосолмандар күпләп йәшәгән был илдәрҙә Изге Валентин көнөн үткәреү тыйыл­ған.


Көньяҡ Корея
Мөхәббәт көнө 3 тапҡыр билдәләнә: февралдә ҡатын-ҡыҙҙар ир-атты тәмлекәстәр биреп ҡотлай, бер айҙан, киреһенсә, гүзәл заттар байрамы. Һуңынан йәрҙәр лапша ашарға тағы осраша.

Автор: Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас