-9 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Фигураны һайла (тест)

Һүрәттә квадрат, өсмөйөш, тура дүртмөйөш, түңәрәк һәм зигзаг күрәһегеҙ. Һин үҙеңде уларҙың ҡайһыһына оҡшатаһың? Йәки ҡайһы фигура һиңә яҡыныраҡ? Уны һайлағас, ҡалғандарын да өҫтөнлөк тәртибендә теҙеп сыҡ. Беренсе булып һайланған фигура кешенең өҫтөнлөклө һыҙаттарын, уның тәртибе үҙенсәлектәрен һүрәтләй, ә ҡалғ­андары образды тулыландыра.

Фигураны һайла (тест)
Фигураны һайла (тест)

Квадрат
Был фигураны һайлаусылар – бигерәк эшһөйәр кешеләр. Ныҡышмалылыҡ һәм тырышлыҡ, һәр эште аҙағына тиклем еткереү – уларҙың төп сифаттары. Сабырлығы, деталдәргә иғтибарлылығы, тәртип яратыуы, хәтере шәплеге «квадрат»тарға үҙ өлкәһендә бик яҡшы белгес булырға мөмкинлек бирә. Ул ғәҙәти эш барышы боҙолғанын ене һөймәй. Сөнки барыһын да яңынан иҫәпләргә һәм тәртипкә һалырға тура киләсәк. Был фигураны һайлаусыларға үҙе кеүек кеше менән дуҫлашыу яҡшы булыр.
Өсмөйөш
Лидерлыҡ символы. Был кешеләрҙә ихтыяр көсө, энергия күп. Улар һәр саҡ беренсе булыу өсөн көрәшә. Эштә лә, шәхси тормошта ла барыһын да үҙе хәл итергә тырыша. Шул уҡ ваҡытта үҙҙәренең хаталарын танырға, ҡабул ителгән ҡарарҙарын үҙгәртергә яратмайҙар. Саманан тыш ҡәтғи булыуҙары башҡалар менән мөнәсәбәттәргә йоғонто яһамай ҡалмай.
Тура дүртмөйөш
Төп фигура итеп уны һайлаһығыҙ, үҙгәреп тороусанһығыҙ, тиергә була. «Дүртмөйөш»тәр бер ҡасан да бөгөнгө көн менән ҡәнәғәт түгел, улар һәр саҡ яҡшыраҡты эҙләй. Холҡонда эҙмә-эҙлеклелек булмауы үҙенә ҡамасаулауы ла бар. Шуға ҡарамаҫтан, улар ҡыйыу, ҡыҙыҡһыныусан, ә бына бер ҡатлылығын башҡалар үҙ мәнфәғәтендә фай­ҙалана – шуныһы насар.
Түңәрәк
Түңәрәк гармонияны аңлата. Был кешеләр үҙ тормошонда иң мөһиме тип башҡалар менән яҡшы мөнәсәбәттәрҙе атай. Улар ярҙамында һәр коллектив – дуҫ командаға, ә ғаилә гармониялы союзға әүерелә. «Түңәрәк» ишетә, тыңлай белә, ике йөҙлөләрҙе шунда уҡ күрә. Уның өсөн конфликтта ҡатнашыуҙан да ауырыраҡ нәмә юҡ, шуға коллективта мөнәсәбәттәрҙе яйға һалырға тырыша. Ә бына ойоштороу һәләте унда юҡ кимәлендә, шуға «квадрат»тар һәм «өсмөйөш»тәр менән бер командала эшләү яҡшыраҡ.
Зигзаг
Был фигура башҡаларҙан үҙенең формаһы менән айырылып торғанын һиҙгәнһегеҙҙер. Уны һайлаған кешегә ижадилыҡ, образлы фекерләү, көндәлек тормошта матурлыҡ күреү һәләте, бер ҡатлылыҡ хас. «Зигзаг»тарҙың етеш­һеҙлеге – башлаған эшкә ҡы­ҙыҡһыныуҙары юғалыуы. Шуға ҡайһы берҙә бурысын ваҡытында тамамлап өлгөрмәй. Дөйөм алғанда, улар – тап­ҡыр телле, аралашыуға еңел, күңелле кешеләр.

Автор: Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас