Яңы йылда теләгән теләктәр тормошҡа аша тигәнгә һеҙ ышанаһығыҙмы? Мин ышанам. Тик ныҡ итеп, бөтә күңелеңдән теләргә кәрәк. Шунда теләгегеҙ, һис шикһеҙ, үтәлә.
Был ваҡиғаға күп йылдар үтте инде. Минең медицина училищеһында уҡып йөрөгән сағым. Бөтә халыҡ мәж килеп Яңы йылға әҙерләнә. Мин дә ауылға ҡайтырға йөрөйөм. Ауыл йәштәре, студенттар күмәкләп бик күңелле ҡаршылайбыҙ беҙ был байрамды. Был юлы ла бергәләп үткәрергә һүҙ ҡуйыштыҡ. Бының өсөн алдан буш өй һөйләшеп ҡуйыла. Берәйһенең ата-әсәһе ҡунаҡҡа китһә, шунда йыйылабыҙ. Ауылда бер ойоштороусы табыла. Үҙенә ярҙамсылар алып, ул барыһын да хәстәрләй. Ә беҙ аҡсаһын һуңынан йыйнап бирәбеҙ. Тәртипле, матур ултырабыҙ.
...Өҫтәл табынын йырлай-йырлай бергәләп әҙерләп йөрөйбөҙ. Кеше яйлап йыйыла башланы. Гармунын тотоп Фәнүр килеп ингәс, тағы ла күңеллерәк булып китте. Оҙаҡламай ниндәйҙер ят егет эйәртеп Мәжит тә килеп етте. «Бер училищела уҡыйбыҙ. Исеме – Ришат», – тип таныштырҙы ҡунағы менән. Һөйкөмлө генә егет. Һөйләшеүе, күкрәгенән гөрләп сыҡҡан тауышы шул тиклем матур инде. Иң беренсе ана шул тауышына ғашиҡ булдым, шикелле. Үҙе әллә ни сибәр булмаһа ла, нисектер тыныслығымды юғалттым да ҡуйҙым. Минең менән былай булғаны юҡ ине әле быға тиклем. Үҙем дә һиҙмәҫтән уның яғына ҡарап-ҡарап алам. Ә ул минең яҡҡа берәй тапҡыр күҙ һалһасы?! Алсаҡ, янындағылар менән тиҙ генә танышып, һин дә мин һөйләшеп ултыра. Ниңә, исмаһам, шул тирәгәрәк ултырманым икән? Урындар йыраҡ тура килде шул. Мин ишектән ингән ергә генә ҡунаҡланым, ә ул – түрҙә.
Ҡыҫҡаһы, ғашиҡ булдым. Вальс иғлан ителгәс, хатта саҡырырға уйлағайным, ләкин теләгемдән кире ҡайттым. Риза булмаһа, ғәрлеге ни тора?! Уғаса Сара тигән ҡыҙыбыҙ егеттең ҡаршыһына барып та баҫты. Бейенеләр, ә мин ҡарап ултырҙым. Эй, йүнһеҙмен дә инде, бешмәгән. Сараны әйтәм, бигерәк үткер: Фәнүре көнләшер, тип тә уйламаны. Хәйер, уға ла иғтибарын бүлергә онотмай. Тирләп-бешеп гармун уйнаған егетенең битен, муйын тирәләрен таҫтамал менән һөртөп кенә тора. Тегеһе риза булып, йылмайып ултыра бирә. Сараһына ла асыуланмай, ул гармун уйнай, тип тик ултырмаҫ инде.
Ҡунаҡ егет төрлө ҡыҙҙар менән бейене, ләкин минең яҡҡа күҙ ҙә һалманы. Ҡыйын булды. Бына сәғәт уҡтары ун икегә яҡынлашты. Кремль куранттары һуға башлағас, күҙҙәремде сытырҙатып йомдом да бөтә йөрәгемдән үҙ алдыма: «Эй, Хоҙайым, миңә ошондай ғына егет насип ит», – тип һораным. Бөгөн бит мөғжизәләр төнө, барыһы ла яҡшы буласаҡ, тип балаларса ышандым. Күңелемдең түрен ниндәйҙер өмөт сатҡылары биләп алды. Рәхәт булып китте. Тиҙерәк ҡайтып, үҙемдең хыялдарым менән генә ҡалғым килде. Артымдан ҡалмай эйәреп йөрөгән һонтор Азамат оҙатырға сыҡҡайны, кире ҡаҡтым. Әрләп ҡалдырып киттем. Уф, шуны, яратмайым.
Ришат хәтерҙән оҙаҡ сыҡмай йөрөнө. Тауышы ҡолағымда сыңлап ҡына тик торҙо. Башҡа егеттәр менән дуҫлашҡым да килмәне. Береһе лә оҡшамай.
Училищенан һуң практика үтергә Йылайыр яҡтарына ебәрҙеләр. Фельдшер пунктында оло ғына йәштәге мөләйем ханым ҡаршы алды. «Йортом ҙур, бер үҙем генә йәшәйем», – тип Рәйфә апай үҙҙәренә алып ҡайтты. Йыйнаҡ өйөнөң бер бүлмәһен минең ҡарамаҡҡа биреп ҡуйҙы. Эштә лә, өйҙә лә көнөбөҙ бергә үтте. Бигерәк һәйбәт кеше булып сыҡты Рәйфә апай. Ярҙам ҡулын һуҙырға әҙер генә тора, белмәгәндәремде өйрәтә. Сит-ят ерҙә шундай кешегә юлығыуың үҙе ҙур бәхет инде ул.
Бер ваҡыт икәүләп сәй эсеп ултырһаҡ, ҡапыл ишек асылып китте лә: «Әсәй, һин өйҙәме, мин ҡайттым», – тигән үтә лә таныш, яҡын тауышты ишетеп, йығылып китә яҙҙым. Шул арала ялпылдап, ҡулына пакеттар тотоп аш бүлмәһенә үҙе килеп инде. Мин ҡапҡан ризығымды йота алмай ҡаттым да ҡалдым. Ришат...
– Ниңә улай ҡобарағыҙ осто, бик ҡурҡыныс күренәмме әллә?
– Юҡ, мин... ни...
– Ришат улым, Ғәлиә тураһында һиңә һөйләгәйнем инде. Миндә практика үтә.
– Бик яҡшы. Заочно танышмын һеҙҙең менән. Әсәйем күп һөйләне. Маҡтап бөтә алмай үҙегеҙҙе.
– Ә һеҙ мине танымайһығыҙмы?
– Нисек? Беҙ таныштармы ни?
– Бынан бер нисә йыл элек беҙҙең ауылға ҡунаҡҡа килгәйнегеҙ. Мәжит алып ҡайтҡайны. Яңы йылды бергә ҡаршыланыҡ.
– Китсәле, ни эшләп шундай сибәркәйҙе хәтерләмәйем икән? Берүк ғәфү итә күрегеҙ инде. Эйе, Мәжиттәргә ҡайтҡайныҡ шул.
...Ул көндө өсәүләп бик оҙаҡ һөйләшеп ултырҙыҡ. Ришаттың эргәмдә генә булыуы әйтеп аңлата алмаҫлыҡ рәхәтлек бирә ине. Үҙе лә яратып ҡына ҡараған кеүек тойолдо. Әллә миңә генә шулай һымаҡмы?
Ришат район үҙәгендә эшләй икән. Үҙенең фатиры бар. Әсәһе янына ялы тура килгәндә генә ҡайтып йөрөй.
Китер ваҡытында Ришат бик йылы итеп хушлашты. Ә оҙаҡламай матур йөкмәткеле СМС-хәбәр килеп төштө үҙенән. Шунан шылтыратыуҙар китте. Күктең етенсе ҡатында инем. Ул да мине оҡшатҡан, тимәк. Бер йыл да үтмәне, беҙ өйләнештек. Балалар үҫтерҙек. Матур йәшәнек. Теләгәнем ҡабул булды. Шуға әйтәм бит, Яңы йылда теләгән изге теләктәр тормошҡа аша. Мөғжизәгә ышанырға кәрәк. Матур уй-хыялдар менән йәшәйек.
Х. ХӘСӘНОВА.