-9 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Онотолмай беренсе мөхәббәт...

Элек ҡыҙыҡ булған да инде: егет менән ҡыҙ никахҡа тиклем бер-береһен белмәгән дә. Яусы килеп димләгән осраҡтар күп булған. Ә шулай ҙа тигеҙ, татыу ғүмер иткәндәр.

Онотолмай беренсе мөхәббәт...
Онотолмай беренсе мөхәббәт...

«Мин, ун һигеҙ йәшлек ҡыҙ, ҡапҡа эсендә йүгереп йөрөп әхирәттәрем менән уйын уйнайым. Арбаға егелгән ат менән ҡапҡа алдына бер оло йәштәге ағай килеп туҡтаны ла өйгә инеп китте. Беҙ ҡыҙҙар менән ҡапҡа ярығынан атаһы менән килгән егетте күҙәтәбеҙ, ҡытҡылдашып көләбеҙ. Күп тә тормай, ағай сыҡты һәм улар ҡайтып китте.
Өйгә килеп кергәс, атайым менән әсәйем, кил әле, ҡыҙым, һөйләшә торған һүҙ бар, тип саҡырып алды. Һине һорап килделәр, кейәүгә бирәбеҙ, тиҙәр.Тиҙҙән никах уҡытып, мине килен итеп алып ҡайтып та киттеләр. Эх, күнелле саҡтар булды ул! Һөйгән йәрем гармун тарта, а мин саң борҡотоп бейей инем... Өйҙә икәүләп ҡотора тор­ғайныҡ. Ҡайным: «Эй, бала-саға», – тип һөйөнә ине. Ҡәйнәм иһә йәшләй генә баҡыйлыҡҡа күскән.
Ғаиләбеҙгә йәм өҫтәп, ҡыҙыбыҙ донъяға килде. Матур итеп йәшәп ятҡан ерҙән ирем ҡапыл ғына ҡаты сирләп, беҙҙең аранан китте. Икенсегә кейәүгә сығып, балалар үҫтерҙек. Ә беренсе мөхәббәтем онотолмай. Әле булһа уның ағастан юнып эшләп биргән һауыт-һабаһын ҡулланам», – тип һөйләне өләсәйем.

Айгүзәл ЙОСОПОВА.
Учалы районы,
Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылы.

Фото: yandex.ru.

Автор: Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас