+19 °С
Облачно
VKOKTelegram
Көләмәстәр
15 Марта 2021, 10:20

У меня шылтырата

Атаһы, асыуланып:- Морат, ни эшләп һинең географиянан башҡа бөтә фәндәрҙән дә "икеле"?Морат, башын эйеп:- Сөнки географиянан әле һораманылар.

***
Винни-Пух – Пятачокка:
- Әй, сусҡа танау, кил әле бында, хәҙер мин һинең иманыңды уҡытам. Кисә һин миңә нимә бүләк иттең?
Кәрәҙле телефон.
- Ниндәй кәрәҙле?! Кисә мин унда ике сәғәт буйы соҡондом, бер ниндәй кәрәҙ ҙә, бал да тапманым.
***
Урыҫ теле дәресендә:
- Рустем, телефон звОнит или звонИт???
- Белмәйем, Марья Ивановна, у меня шылтырата!
***
- Улым, һинең һымаҡ саҡта минең әсәйем да, атайым да юҡ ине. Сит кешеләрҙә үҫтем һәм йыш ҡына ашау ҙа эләкмәне.
- Уның ҡарауы, һин хәҙер беҙҙә йәшәйһең, һиңә рәхәт – көнөнә өс тапҡыр ашаталар...
Һүрәт: meme-arsenal.com
Читайте нас