+23 °С
Облачно
VKOKTelegram
Көләмәстәр
5 Апреля 2021, 10:35

Мин уға яза бирҙем

Атаһы, әсәһе һәм уларҙың бәләкәс малайҙары парк буйлап бара.- Атай, был ниндәй ағас? – тип һорай бала.Атаһы:

- Был, улым, ағас.
- Ә бынауы скульптура нисек атала?
- Был, улым, скульптура.
- Анауында ниндәй ҡош ул?
- Был, улым, ҡош.
Әсәһе:
- Улым, етте инде, юҡ менән атайыңдың башын ҡатырма.
- Һораһын, әсәһе, һораһын. Бала бәләкәйҙән үк барыһын да белеп үҫергә тейеш.
***
Бер ғаиләлә үҫеп килгән бала ни эшләптер һөйләшмәй икән. Табиптарға, күрәҙәселәргә йөрөтәләр, барыбер – ләм-мим. Шулай бер көндө сәй эсергә ултырғас, бала телгә килеп:
- Шәкәр һалығыҙ әле, – ти.
Ата-әсәһе аптырап та китә, һөйөнәләр ҙә. Атаһы:
- Улым, ни эшләп быға тиклем һөйләшмәнең ул?
- Һуң, атай, әлегә тиклем шәкәр һала инегеҙ бит.
***
- Марат, ни эшләп көндәлегең мөйөштә ята?
- Әсәй, мин уға яза бирҙем!
***
- Олатай, ә һинең кескәй сағың булдыңмы?
- Эйе, балаҡайым, мин дә ҡасандыр бәп-бәләкәй инем.
- Малайҙар һинең пеләшеңдән көлгәндәрҙер инде, эйеме?
Һүрәт: You Tube
Читайте нас