+13 °С
Дождь
VKOKTelegram
Көләмәстәр
27 Апреля 2021, 09:50

Этебеҙҙе үсекләй

- Алло, был полициямы? Тиҙерәк кенә килеп етегеҙ әле – почтальон ишек алдыбыҙҙағы ағасҡа менеп ултырған да этебеҙҙе үсекләй.***

Бер апай, магазинда егермеләп эшләпәне кейеп ҡарағандан һуң, һатыусыға:
- Мин, ахыры, ошоноһон алырмын, хаҡы күпме? - ти.
- Бер ни тиклем дә түгел, һеҙ бит уны үҙегеҙ кейеп килгәйнегеҙ.
***
Баҡса хужалары, ҡарауыллап тороп, ҡарағат урлап маташҡан бурҙы тоталар ҙа:
- Хәҙер ошо бер биҙрә ҡарағатты ашап бөтөр! – тип бойоралар.
Теге бисара, көс-хәл менән тығынып ҡуя ла, эсен тотоп шарҡылдап көлөргә тотона.
- Ниңә көләһең ул? – ти хужалар аптырап.
- Ана, теге баҡсаға дуҫым ҡыҙыл борос сәлдерергә инеп киткәйне, – ти уғры көлөүенән туҡтай алмай. – Барып тотоғоҙ әле шуны тиҙерәк!
***
- Белмәйһегеҙме, беҙҙең ташбаҡа ҡайҙа булды икән?
- Ишек алдында балаларға сәтләүек ватыша.
Һүрәт: infourok.ru
Читайте нас