+29 °С
Ясно
VKOKTelegram
Көләмәстәр
24 Мая 2021, 09:18

Балыҡ тиҙ үҫәме?

– Мин атайым һымаҡ айына мең доллар аҡса эшләү тураһында хыялланам.– Һинең атайың шулай күп аҡса эшләйме?– Юҡ, ул да был хаҡта хыяллана… ***

– Һеҙҙең синыфта нисә отличник бар?

– Мине һанамағанда – дүртәү.

– Ә ниңә һине һанамағанда?

– Сөнки мин отличник түгел.


***

Рәсүлде насар тәртибе өсөн ата-әсәһе һәр саҡ мөйөшкә баҫтыра. Хәҙер малайҙың маҡсаты – архитектор булыу һәм мөйөшһөҙ өйҙәр төҙөү.


***

Уҡытыусы:

– Дүрт аяҡлы хайуандарҙы кем әйтә?

Фәтих һанап китә:

– Бесәй, эт, һыйыр, ат...

Артта ултырған бер уҡыусы:

– Ике тауыҡ, – тип өҫтәй.


***

Данияр:

– Балыҡ тиҙ үҫәме икән?

Ринат:

– Бик тиҙ үҫә, малай. Минең атай үҙ ҡармағынан ысҡын­ған балыҡ тураһында һөйләргә тотонһа, ҡулын торған һайын киңерәк итеп һуҙа бара.


***

– Ғәли, алтыға өстө ҡушҡас, күпме була?

– Ун бер.

– Яҡшылап уйла әле.

– Һигеҙ.

– Бәлки, туғыҙҙыр?

– Юҡ, туғыҙ түгел, сөнки дүрткә биште ҡушҡас, туғыҙ була, – тип яуаплай Ғәли.


Читайте нас