+10 °С
Облачно
VKOKTelegram
Көләмәстәр
2 Июня 2021, 10:49

Украина глобусын күрһәтегеҙ әле

Беренсе синыфта математика дәресе бара. Уҡытыусы уҡыусыларға төрлө мәсьәләләр әйтә:– Биш ҡыярға өс помидорҙы ҡушһаң, нисә килеп сыға?Гөлфиә:– Салат килеп сыға, – тип яуап бирә.***

Уҡытыусы:

– Камил, һин ни өсөн өйгә эште «Мәктәптәге эш» тип яҙҙың?

– Уны мин мәктәпкә килгәс кенә эшләнем.

***

Таһир ваннанан ҡысҡыра:

– Әсәй, һин миңә бөгөн ниндәй күлдәк бирәһең?

– Ҡыҫҡа еңлене. Ә ниңә улай тип һорайһың?

– Ҡулдарҙы ҡайҙа тиклем йыуырға икән, тим.

***

Мәктәп тауарҙары магазинына беренсе синыф уҡыусыһы килә:

– 1-се синыф өсөн елем бармы?

Һатыусы:

– Юҡ, – ти.

– Ә түңәрәк дәфтәрҙәр бармы?

– Ниндәй түңәрәк тағы? Юҡ.

Артта торған ағай асыу­ланып:

– Эй, малай, һатыусының башын ҡаңғыртма әле, кешеләрҙең дә ваҡытын алаһың. Ә миңә, зинһар, Украина глобусын күрһәтегеҙ әле, – ти.
Читайте нас