+29 °С
Облачно
VKOKTelegram
Көләмәстәр
3 Июня 2021, 11:40

Машинаның тәҙрәһен мин ваттым...

– Улым, һауытта күпме кәнфит бар ине, барыһын да ашап бөтөргәнһең. Ниңә рөхсәт һораманың? – Һораным, әсәй, рөхсәт һораным. Тик янымда йә һин, йә атайым булманы. * * *

Бәй, Илдар улым, «икеле» алып ҡайт­ҡанһың бит.

– Эй, әсәй, мин уны алмаҫҡа тырышҡан инем дә, тик бына уҡытыусы: «Нисәле ҡуяйым?» – тип һорап торманы шул.

* * *

– Бөгөн бигерәк ныҡ арыным, – ти эштән ҡайтҡан атаһы. – Ҡулды ҡыймылдатырлыҡ та хәл юҡ.

– Ысынмы, атай? – тип шатлана улы. – Улайһа, дөрөҫөн әйтәйем инде – машинаның тәҙрәһен мин ваттым.

Фото: advaitac.com


Читайте нас