+28 °С
Облачно
VKOKTelegram
Көләмәстәр
10 Июня 2021, 10:52

Рецепт яҙып бирҙе

Атаһы 5 йәшлек улынан:– Балалар баҡсаһында ла шулай һуғышаһыңмы? – тип һорай.– Эйе.– Ә кем еңә?– Тәрбиәсе.***

Кинотеатрҙа кассир:

– Малай, һин минән бер үк киноға бишенсе тапҡыр билет алаһың, – ти.

– Ингән саҡта уны бер апай гел генә йыртҡанға мин ғәйепле түгел дә инде.

***

– Әсәй, 20 һум бир әле, мин уны ярлы бер олатайға бирергә теләйем.

– Эй, минең уңғаным да инде һин. Ә ул олатай ҡай­ҙа һуң?

– Ә ана туңдырма һата.

***

Алты йәшлек малай табип булып эшләгән атаһы менән машинала ҡайҙалыр барып ҡайтҡас, дуҫтарына һөйләй икән:

– Тәүҙә атайым бөтә машиналарҙы ҡыуып үтеп китте. Унан икенсе машиналағы бер ағай беҙҙе туҡтатты ла атайыма рецепт яҙып бирҙе.

***

Әсәһе улынан:

– Улым, атайың алып биргән бөтә уйынсыҡтарҙы бо­ҙоп бөттөңмө ни? – тип һорай.

– Юҡ, сүкеш ҡалды.
Читайте нас