+10 °С
Облачно
VKOKTelegram
Көләмәстәр
11 Августа 2021, 10:20

Пенсия алғас

Ғәзим атаһы менән балыҡ ҡармаҡларға килгән. Атаһы улына:– Улым, ем өсөн икмәк бир әле.

Пенсия алғасПенсия алғас
Пенсия алғас

– Мин уны ашаным.
– Булмаһа, бутҡаны бир.
– Уны ла ашаным.
– Улайһа, селәүсендәрҙе лә аша ла ҡайттыҡ.

***

Ейәне өләсәһенең тыуған көнөнә рауза сәскәләре тотоп килгән.
– Рәхмәт, улым. Сәскәләрең бигерәк матур! Беҙҙең баҡсала үҫкән раузаларға оҡшап тора.
– Хәҙер үҫмәйҙәр инде, өләсәй, – тип малай көр­һөнөп ҡуйған.

***

Ейәне олатаһынан һорай:
– Олатай, пенсияңдан мең һум биреп тор әле. Мин үҙем пенсия ала башлағас, ҡайтарырмын.

***

– Ниңә китаптың яртыһын ғына уҡып сыҡтың? – тип һорай китапханасы Русландан.
– Ә ҡайҙан белдегеҙ?
– Икенсе яртыһы тап-таҙа.

***

– Колумб Американы ҡасан асҡан?
– Белмәйем, мин ул саҡта ауырый инем.

Читайте нас