

– Ғәли, нәмәне аңлата был яҙыу? – тип һорай.
– Отошһоҙ тигәнде
***
Малай кәсерле миҫалдар эшләргә өйрәнә. Уға апаһы ярҙамлаша.
– Әгәр бәлеште ун ике өлөшкә бүлеп, береһен һиңә бирһәм, быны нисек аңлатырһың?
– Һаранлыҡ булыр! – тип бик тиҙ яуап ҡайтара малай.
***
– Ҡылым менән һөйләм төҙө әле.
– Арбаны ат тарта.
– Ошо ҡылымдың бойороғо нисек яңғырар икән?
– На!
***
– Нургизә, һин алмаларҙың ниндәй сорттарын беләһең? – тип һорай уҡытыусы.
– Йөҙ һәм йөҙ илле һумлыҡтарын.