+17 °С
Облачно
VKOKTelegram
Көләмәстәр
30 Августа 2021, 06:15

"Икономика"...

Малай өйөнә шылтырата:

"Икономика"..."Икономика"...
"Икономика"...

– Әсәй, сәләм! Атайҙы саҡыр әле!
– Атай, сәләм! «Салауат Юлаев» еңдеме?
– Эйе, әлбиттә! Әсәйеңде саҡырайыммы?
– Э-һе… Әсәй, ишеттеңме? Атай рөхсәт итте!

***

Шәфҡәт дәрестә урыҫ теле уҡытыусыһынан һорай:
– Нисек дөрөҫ яҙыла – «икономика» типме, әллә «эканомика»мы?
– Илдәге иҡтисадтың торошона һәм минең эш хаҡыма ҡарағанда, нисек яҙһаң да ярай, Шәфҡәт, – тип яуаплай уҡытыусы.

***

Малай менән ҡыҙ урамда йөрөй.
– Теләйһеңме, мин һине хәҙер иркен, двигателе ҡеүәтле булған машинала йөрөтәм?
– Әлбиттә, теләйем!
– Улайһа, әйҙә, автобусҡа ултырып йөрөп киләйек!

Фото:  infourok.ru

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас