

Өфөлә, улым.
– Ә атайым?
– Ул – Мәскәүҙә.
– Ә мин ҡайҙа?
– Һин Волгоградта тыуҙың.
– Өсөбөҙ өс ҡалала тыуғанбыҙ, шулай ҙа бер-беребеҙҙе тапҡанбыҙ. Нисек улай булды икән? – тип аптырай малай.
***
– Балалар, ниндәй ҡош оя ҡормай?
– Кәкүк.
– Ә ни өсөн оя ҡормай һуң улар?
– Сәғәт эсендә йәшәгәнгә.
***
Уҡытыусы:
– Нәркәс, ниңә һин «мамыҡ» һүҙенең аҙағына йомшаҡлыҡ билдәһе ҡуйҙың?
Нәркәс:
– Мамыҡ бит йомшаҡ була, шуға ҡуйғанмындыр инде, апай…
***
– Һин ҡустыңды нығыраҡ яратаһыңмы әллә һеңлеңдеме?
– Һеңлемде.
– Ниңә?
– «Икеле» алған дәфтәремде тотош ҡараға буяп бөткән.