+12 °С
Облачно
VKOKTelegram
Көләмәстәр
23 Сентября 2021, 07:15

Киноға барғыһы килә

Урамда йөрөгән пингвинды күреп ҡалған уҡытыусы Ғәлиҙе саҡырып:

Киноға барғыһы киләКиноға барғыһы килә
Киноға барғыһы килә

– Ошо аҙашҡан ҡошто зоопаркҡа алып бар, – тигән.
Икенсе көндө ни күрһен, пингвин тағы ла мәктәп алдында йөрөп ята. Етмәһә, Ғәли менән етәкләшеп үк алғандар. Уҡытыусы асыуланып:
– Мин бит һиңә пингвинды зоопаркҡа алып барырға ҡуштым!
– Зоопаркта булдыҡ бит инде, хәҙер уның киноға барғыһы килә.
***
Сәлим мәктәптән ҡайтыуға, әсәһе:
– Һинең тутыйғошоң тәҙрәнән осоп сығып киткән, – тип борсоулы хәбәр һал­ған.
– Шулай булыр тип уйлағайным да. Әйтәм, кисә Африка картаһын иғтибар менән өйрәнеп ултырҙы.
***
– Әсәй, беҙҙең уҡытыусының бер ҡасан да ат күргәне юҡ икән.
– Ниңә улай тиһең, улым?
– Әгәр ҙә күргәне булһа, мин ат төшөр­гәс: «Был нимә?» – тип һорамаҫ ине.
***
– Әсәй, һин миңә: «Әгәр дүртле алһаң, паркта көн буйы йөрөрһөң»,– тип әйткән инең.
– Эйе, улым.
– Тимәк, бөгөн паркта ярты көн генә йөрөйөм инде.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас