

– Атай, улар ниңә уҙыша?
– Беренсе килгәнгә бүләк бирәләр.
– Улайһа, ҡалғандары ниңә йүгерә?
***
– Һинең әсәйең ҡайҙа эшләй?
– Магазинда.
– Ә минеке өйҙә әсәй булып эшләй...
***
– Эх, мин жираф балаһы булырға теләр инем!
– Ни эшләп, улым?
– Атайым ҡолағыма үрелеп етә алмаҫ ине.
***
– Камил, һалдат кеүек төҙ, матур атла.
– Атлайым да ул, тик аяҡтарым тыңламай ҙа ҡуя.
– Ни эшләтәбеҙ инде ул тыңлауһыҙҙарҙы?
– Мөйөшкә баҫтырайыҡ...
Фото: Pinterest