+17 °С
Ясно
VKOKTelegram
Көләмәстәр
7 Декабря 2021, 06:50

Бер-ике аҡ сәсең бар...

Сысҡан бесәйҙән ҡасып өңөнә инеп китә.

Бер-ике аҡ сәсең бар...Бер-ике аҡ сәсең бар...
Бер-ике аҡ сәсең бар...

Әммә сырын төшөрөп ҡалды­ра шул. Шым ғына ултыр­һа, эт өргән тауыш ишете­лә.
– Әһә, тимәк, бесәй ҡас­ты, сырҙы алһам да була, – тип уйлай сысҡан. Тик өңөнән сығыуы була, бесәй уны эләктереп тә ала.
«Сит телдә һөйләшә белеү бына нисек кәрәк!» – тип уйлай ул.
* * *
Ике уҡыусы һөйләшә:
– Кисә атайым ике тап­ҡыр кәрәгемде бирҙе.
– Ни өсөн?
– Тәүгеһендә көндәлек күр­һәткәнгә. Унда шундай бил­дәләр, шундай яҙыуҙа-а-ар! Ә икенсе тапҡыр был көндәлек үҙенеке икәнен аңлағас туҙҙырҙы.
* * *
Малай әсәһе янына килә лә:
– Әсәй, ҡара әле, һинең бер-ике аҡ сәсең бар, – ти.
– Һин мине тыңламағанға ул!
– Ә-ә-ә, өләсәйемдең бөтә сәстәре ниңә ағарғанын хәҙер аңланым инде! – ти улы.
* * *
– Атай, ниңә гориллалар­ҙың танау тишеге ҙур ул?
– Сөнки уларҙың бармаҡтары ла ҙур бит...

Фото: keywordbasket.com

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас