+19 °С
Облачно
VKOKTelegram
Көләмәстәр
15 Декабря 2021, 12:15

Мин шул тиклем ҡурҡам

Балалар баҡсаһында ике малай һөйләшә:  

Мин шул тиклем ҡурҡамМин шул тиклем ҡурҡам
Мин шул тиклем ҡурҡам

- Мин шул тиклем ҡурҡам, - ти береһе.

- Нимәнән?

- Атайым яңы машина алғас, иҫкеһен һатты.

- Һатһа һуң?

- Ә хәҙер әсәйем "яңы малай" алып ҡайтырға уйлай..

         ****

- Атай, һин тағы үҫәсәкһеңме?

- Юҡ инде, улым.

- Ниңә, улайһа, ашайһың?

         ****

Уҡытыусы Гөлназға "бишле" ҡуйған. Көндәлеген килтереүен һорағас, ҡыҙ:

- Өйҙә ҡалдырҙым, - тип яуаплаған.

Күршеһендә ултырған Рәмил:

- Минекен ал, - тип шыбырлай, ти.

        ****

Бәләкәй Азат түшәм буяған атаһының эшен күҙәтә. Әсәһе уға:

- Улым, атайыңа ҡарап, эшләргә өйрән. Үҫкәс, ярҙам итерһең, - тигән.

Азат, аптырап:

- Ул ваҡытҡа тиклем атайым буяп бөтмәҫме икән ни? - ти икән.

Фото: rtp-news.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас