

Уҡытыусы парта араларынан йүгерә-йүгерә уҡый башлай. Уҡыусылар ҙа синыф бүлмәһе буйлап йүгерергә тотона, шул ыңғайға уҡыған була.
Тирләп-бешеп бөткән уҡытыусы дәрес аҙағында:
– Ҡайһы берәүҙәр ихлас йүгермәй – ихлас уҡый... Ҡайһыларығыҙ ихлас уҡымай – ихлас йүгерә. Тырышырға кәрәк, балалар, «йүгерек уҡыу» еңел түгел ул! – тигән, ти.
* * *
Бер уҡытыусы тырышып-тырышып дәрес аңлатҡан, ике, өс. Етенсе ҡат тырышҡас:
– Уҡыусылар, һеҙ ни эшләп аңламайһығыҙ? Инде үҙем дә аңланым бит инде, – ти икән.
Фото https://sosinphoto.com/ алынды.