

Даға
Малай һеңлеһенә маҡтана:
– Ҡара әле, мин даға таптым! Уның ни аңлатҡанын беләһеңме?
Ҡыҙ моңһоу ғына:
– Беләм, меҫкен ат ҡайҙалыр ялан аяҡ йөрөй.
*****
Мотлаҡ икене
Әсә менән ҡыҙ магазинда. Әсә:
– Һиңә нимә алырға?
Ҡыҙ:
– Әлегә белмәйем, ләкин мотлаҡ икене.
*****
Тешһеҙ
Малай велосипедта йөрөй. Әсәһе янынан үтә:
– Әсәй, ҡара, мин ҡулдарһыҙ йөрөйөм.
Мөйөшкә борола. Бер минуттан урап килә:
– Әсәй, ҡара, мин тешһеҙ йөрөйөм.
*****
Күҙ күрер әле
Бөгөнгә ниндәй пландарың бар?
– Күҙлек алырға оптикаға барам.
– Һуңынан?
– Күҙ күрер әле.
*****
Һанай беләһеңме?
– Һанай беләһеңме?
– Ну, беләм.
– Бер нәмә лә булманы, тип һана.
*****
Мөгөҙөм юҡ
Әсәһе ҡыҙына:
– Ҡыҙым, һөттө һөҙөп кенә ҡуйсы, – тип үтенә.
– Һөҙә алмайым, – тигән ҡыҙ компьютерынан айырылмайынса. – Мөгөҙөм юҡ бит минең.
Факил МЫРҘАҠАЕВ йыйҙы.
Өфө ҡалаһы.
Фото:https://yandex.ru/images/