+12 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
16 Ғинуар 2022, 16:15

Бүләктәрен тейәп ебәрһен

Әсәһе бәләкәс улынан һорай:

Бүләктәрен тейәп ебәрһен
Бүләктәрен тейәп ебәрһен

– Һиңә Ҡыш бабай килеүен теләйһеңме?
– Юҡ, уға шиғыр һөйләргә кәрәк.
– Улайһа Ҡарһылыу килеүен?
– Ул йырларға ҡушасаҡ.
– Ҡалай ҡыҙыҡ, ә нимә теләйһең һуң?
– Ҡыш бабай бүләктәрен боландарына ғына тейәп ебәрһен ине.

*****

Башҡорт теле уҡытыусыһы:
– «Мин йыйыштырам, һин йыйыштыраһың, ул йыйыштыра». Ниндәй заман була?
Уҡыусы:
– Моғайын, Яңы йыл алдылыр…

*****

31 декабрь. Азат телефондан шылтырата:
– Алло, «Тиҙ ярҙам»мы? Тиҙерәк килегеҙ. Атайым аҡылдан яҙған. Ҡыҙыл халат, быйма кейеп алған да бөтәһенә лә: «Мин – Ҡыш бабай», – тип йөрөй.

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: