+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
22 Ғинуар 2022, 17:25

Беҙ ҙә!

Бер мәл Насретдиндың атаһына бер ҡунаҡ килгән.

Беҙ ҙә!
Беҙ ҙә!

Уларҙың ғаиләһе фәҡир йәшәгән. Шуға ла атаһы был юлы оятҡа ҡалмаҫ өсөн өйҙәге бөтә ризыҡты өҫтәлгә ҡуйған. Хужаның ҡунаҡсыллығына һәм йомартлығына таң ҡалған ҡунаҡ, ҡәнәғәтләнеп:
– Бына тигән төшкө аш! Минең үҙ ғүмеремдә бер ҡасан да былай туйғансы ашағаным юҡ ине әле! – тигән.
Биш йәшлек Насретдин:
– Беҙ ҙә! Беҙ ҙә! – тип ҡысҡырған.


Ағайға ярҙам

Бәләкәй Насретдин мәктәпкә бармаған. Иртәгеһен дәрескә килгәс, уҡытыусы асыуланып унан:
– Йә, Насретдин, кисә ниңә мәктәпкә килмәнең? – тип һораған.
– Ашығыс эш килеп сыҡты, әфәндем, – тип яуаплаған Насретдин.
– Ниндәй эш тағы?
– Ағайымдың теше һыҙланы.
– Һинеке ауыртмағандыр бит?
– Юҡ, – тип яуаплаған Насретдин. – Ләкин мин ағайыма ярҙамлаштым: беҙ икәүләшеп ыңғыраштыҡ.


Иртүк

Бер мәл Насретдиндың атаһына улын иртүк уятырға кәрәк була. Ул әкиәт уйлап сығара ла кистән шуны Насретдинға һөйләй башлай. Таң менән тороп, алтын янсыҡ тапҡан кеше хаҡында була әкиәт. Шуға күрә тормошта нимәгәлер өлгәшәм тиһәң, иртән иртүк торорға кәрәк.
– Нисектер сәйер, – тигән бәләкәй Насретдин. – Аҡсаһын юғалтҡан кеше уны тапҡан кешегә ҡарағанда иртәрәк торған булып сыға түгелме һуң? Шулай бит, атай?


Бәлки, үҙең

Бер мәл баҫыуға китер алдынан Нас­ретдиндың атаһы улына бик күп эш ҡуш­ҡан.
– Насретдин, мин ҡайтыуға барыһы ла эшләнгән булырға тейеш, – тигән ул.
– Ярай, – тип яуаплаған Насретдин.
Ләкин бала саҡ бала саҡ инде. Бәләкәй саҡта кемдең эшләгеһе килһен?!
Насретдин да шундайҙарҙан. Шуға күрә ул тәүҙә дуҫтары менән уйнарға, шунан һуң ғына атаһының ҡушҡан эштәренә тотонорға булған. Әммә бөтә балалар кеүек, Насретдин да уйынға мауыҡҡан, кис еткәс кенә өйҙәренә йүгергән.
Атаһы ҡайтҡан, бер нәмә лә эшләнмәгәнен күргәс, асыуланып:
– Насретдин, көнө буйы ҡайҙа йөрөнөң? Ниңә бер эш тә эшләнмәгән? – тип һораған.
– Атай, һин миңә бик күп эш ҡуштың, – тип аҡлана башлаған Насретдин, башын түбән эйеп, – мин көнө буйы хәтерләргә тырыштым, ләкин эштең ҡай­һыһынан башларға, уларҙы ниндәй эҙмә-эҙлектә башҡарырға икәнен иҫемә төшөрә алманым. Бәлки, үҙең хәтереңә төшөрөрһөң?
Ләкин атаһы, күпме генә баш ватһа ла, ниндәй эште беренсе, икенсе, ә ҡай­һыһын унынсы итеп эшләргә икәнен иҫләй алмаған.
– Бына, күрҙеңме, – тигән Насретдин, – хатта үҙең дә күҙ алдына килтерә алманың. Ә миңә иҫкә төшөрөү генә түгел, эшләргә лә кәрәк ине.


Тәүҙә ярҙам итегеҙ

Бер мәл йылғала һыу ингәндә бәләкәй Насретдин бата башлаған. Үтеп барыу­сыны күргәс:
– Ағаҡайым, ағаҡайым, миңә ярҙам итегеҙ, – тип ҡысҡырған.
– Йөҙә белмәгәс, ниңә һыуға керҙең? – тип әрләргә керешкән үткенсе малай­ҙы. – Ата-әсәң ни ҡарай?
– Ағаҡайым, ағаҡайым, һеҙ тәүҙә ярҙам итегеҙ, – тигән Насретдин. – Мине һыуҙан тартып сығарғас ҡына әрләр­һегеҙ.

Факил МЫРҘАҠАЕВ әҙерләне.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: