-4 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
31 Ғинуар 2022, 17:25

Бәләкәй Нәсретдин мәҙәктәре

Бик аҙ Бер мәл төшкө аш ваҡытында бәләкәй Насретдин ата-әсәһенә үпкәләгән. Ул бер нәмә лә ашамаған, өҫтәл янынан ситкә күсеп ултырған.

Бәләкәй Нәсретдин мәҙәктәре
Бәләкәй Нәсретдин мәҙәктәре

Ата-әсәһе уның ризығын ситкә алып ҡуйған. Насретдин ашамлыҡҡа күҙ сите менән генә бер нисә мәртәбә ҡарап алған да түҙмәйенсә:
– Мин һеҙҙең менән һөйләшмәйем, ашамайым, – тигән. – Әммә теге кешегә ҡалдырған аҙығығыҙ бик аҙ.


Белергә тейеш түгел

Насретдин дуҫтары менән бер байҙың баҡсаһына төшкән. Бай балаларҙы Нас­ретдин ҡотортоуын белгәс, уға яза бирергә уйлаған. Ләкин бының өсөн башта тоторға кәрәк бит әле. Бай хәйлә ҡорған. Ул Насретдинды саҡырған да:
– Малай, кил бында, мин һиңә бер ҡыҙыҡ һөйләйем, – тигән.
Насретдин бында нимәнеңдер улай түгеллеген һиҙенгән.
– Минең бик тыңлағым килә, аға­ҡайым, – тип яуаплаған ул. – Ләкин ба­ла ололар белгәнде белергә тейеш түгел!
Һәм ул табанын ялтыратҡан.


Тормош ҡануны

Насретдиндарҙың ауылында бер нәмәнән дә ҡәнәғәт булмаған ҡарт йәшәгән. Ул бәләкәй Насретдиндың шуҡлыҡтарын һөйләгәнде яратмаған.
– Бынағайыш, сабыйҙың һүҙҙәренә ҡыуаналар, – тип мығырлаған ул. – Теләһә ҡайһы бала шулай һөйләшә ала! Шуның өсөн ул бала ла инде!
Бер мәл Насретдин юлда тиңдәштәре менән урамда уйнаған. Ошо уҡ юлдан бер нәмәнән дә ҡәнәғәт булмаған ҡарт уҙған.
– Ни өсөн барыһы ла һинең аҡылыңды һәм зирәклегеңде маҡтай? – тип һораған ҡарт асыуланып, малайҙарҙың һаулыҡ һорашыуына ла яуап бирмәй. – Бында нимәгә һоҡланырға? Нимәне маҡтарға? Был – тормош ҡануны: кеше йәш саҡта аҡыллыраҡ булған һайын, ҡартайғас, иҫәрерәккә әйләнә.
– Һеҙ бәләкәй саҡта ҡалай аҡыллы малай булғанһығыҙ! – тигән Насретдин, таң ҡалып. – Һеҙгә береһе лә тиңләшә алмағандыр әле!


Һарыҡтарҙы беләм

Арифметика дәресендә уҡытыусы бәләкәй Насретдинға мәсьәлә биргән:
– Ун һарыҡтың береһе кәртә аша һикереп сыҡһа, аранда нисәү ҡала?
– Береһе лә ҡалмай, – тип яуаплаған ғүмер буйы һарыҡтар көткән атаһына ярҙам итеүсе Нас­ретдин.
– Һин хаҡлы түгел, Насретдин, – тигән уҡытыусы. – Тағы ла ҡабатлайым: ун һарыҡтың береһе кәртә аша һикереп сыҡһа, аранда нисәү?..
– Уҡытыусы, һеҙ, бәлки, арифметика­ны беләһегеҙҙер, – тип бүлдергән уны Насретдин, – ләкин мин һарыҡтарҙы беләм. Әгәр береһе һикерһә, уның артынан ҡалғандары ла эйәрә. Шун­лыҡ­тан аранда бер һарыҡ та тороп ҡал­май.


Ваҡыттың яртыһы

Бәләкәй Насретдиндың әсәһе уның ҡустыһын ҡыйырһытыуына ризаһыҙлыҡ белдергән.
– Мин һиңә уйынсыҡтарыңды ҡустыңа уйнарға ярты ваҡытҡа бир, тинем дә баһа, – тигән ул Насретдинға.
– Мин шулай итәм дә! – тип яуаплаған Насретдин. – Мин тауҙан санала шыуып төшәм, ә уға сананы тауға һөйрәп менергә бирәм – ваҡыттың ҡап яртыһы.


Тәүлектә нисә сәғәт?

Насретдин мәктәптә уҡығанда уҡытыусы йыш ҡына балаларға тәбиғәт, Ерҙәге тормош, йыл миҙгелдәре, көн менән төндөң алмашыныуы тураһында һөйләгән.
– Балалар, әле бына яҙ. Көндәр оҙая, ә төндәр ҡыҫҡара. Ә бер айҙан, йәй тыу­ғас, көн бер сәғәткә оҙонаясаҡ...
Бер ай үткән. Дәрестә йәнә йыл миҙгелдәре хаҡында һөйләшкәндәр. Уҡытыусы Насретдинды таҡтаға саҡырған:
– Йә, Насретдин, беҙгә әйт әле: тәүлектә нисә сәғәт?
– Әле тәүлектә егерме биш сәғәт, – тип ҡыйыу ғына яуап бирергә керешкән Насретдин. – Ә ҡалған миҙгелдәрҙә тәүлек егерме дүрт сәғәттән торһа ла.


Туҫтаҡ ҡайҙалыр тәгәрәне?

Бер мәл бәләкәй Насретдиндың әсәһе тауыҡ бешергәс, улына күршеләргә һый – бер туҫтаҡ һурпа алып барырға ҡуш­ҡан.
– Тик ҡара, һаҡ ҡына атла, һурпаны түкмә, – тип иҫкәрткән әсәһе.
Насретдин бик һаҡ атларға тырышҡан, ләкин өйҙән сығып бер нисә аҙым китеүгә, ағас тамырына эләгеп йығылған. Һурпалы туҫтаҡ – бер яҡҡа, үҙе икенсе яҡҡа осҡан. Шау-шыуҙы ишетеп, әсәһе ҡысҡырған:
– Насретдин, ни булды? Әллә ашты түктеңме, йүнһеҙ?
– Һин нимә, әсәй? – тигән Насретдин, ерҙән тороп. – Барыһы ла һәйбәт, тик туҫтаҡ ҡына ҡайҙалыр тәгәрәне.

Факил МЫРҘАҠАЕВ әҙерләне.

 

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: