+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
2 Февраль 2022, 10:25

Кескәйҙәр һөйләшә...

-Әсәй, миңә бер йылдан нисә йәш була? -Бер ҡулыңдағы бармаҡтар нисәү булһа, шул тиклем, улым. -Ҡыҙыҡ, ә 50 йәш тулғанда бер ҡулымда нисә бармаҡ булыр икән?

Кескәйҙәр һөйләшә...
Кескәйҙәр һөйләшә...

-Әсәй, алма һатып ал әле.

-Хәҙер һуң инде, алмаларҙың бөтәһе лә йоҡларға ятҡан.

-Әле бәләкәйҙәре генә йоҡлайҙыр, ә һин ҙурҙарын ал.

*****

Тыуған көнөндә 5 йәшлек Нәркәстән:

-Һин кемгә оҡшағанһың? - тип һорайҙар.

-Әсәйемә.

Әсәһе уны шунда уҡ төҙәтеп:

-Юҡ, атайыңа оҡшағанһың, ҡыҙым, - ти.

Аптыраған Нәркәс:

-Мин пеләш түгел дә инде, һаҡалым да юҡ...

Фото: https://yandex.ru/images/search?text=%D0

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: